НЕФТЬ ЫҪМАЛАЛАРЫ, туйындырылған углеводородтарҙа эрей торған, түбән т‑раларҙа ҡайнаған юғары молекуляр гетероатомлы нефть компоненттары (массаһы б‑са 1—20%). Ҡара йәки көрән төҫтәге насар осҡан ҡаты йәки ныҡ йәбешкәк аморф матдәләр; уртаса мол. м. 400—1500; инерт атмосферала йомшарыу т‑раһы 35—90°С; тығыҙлығы яҡынса 1 г/см3. Составында (%‑тарҙа): углерод (78—88), водород (8—10), көкөрт (1—10), кислород (1—8), азот (2‑гә тиклем); аҙ миҡдарҙа — ванадий, никель, тимер, баҡыр, кобальт, хром, натрий, кальций, молибден, алюмин һәм нефттең металл‑порфирин комплекстары составына ингән башҡа металдар бар. Н.ы. башлыса ароматик, нафтенлы һәм гетероциклик фрагменттары булған конденсирланған берләшмәләрҙән тора. Циклдарында иң таралған урын алмаштырыусылар — алкил, алкенил (С7—С12), карбонил, карбоксил, гидроксил, сульфид, меркаптан һәм амин төркөмдәре. Н.ы. һауала түбән т‑раларҙа еңел окислана, инерт атмосферала 260—300°С алкандарҙа эреүсәнлеген юғалта һәм икенсел асфальтендарға әйләнә. Н.ы. төп өлөшө нефть йәки ауыр нефть ҡалдыҡтары составында эшкәртелә. Ауыр нефть ҡалдыҡтарының еңел углеводородтарҙа коагуляция юлы м‑н фракцияларға айырыу процесында Н.ы. эретмәлә ҡала; артабан уларҙы адсорбция һәм коагуляция ысулдары, юғары вакуумлы һәм азеотроп дистилляция, селективлы экстракция ысулдары м‑н айырып алалар. Н.ы. линолеум һәм асбестлы‑ыҫмалалы плиткаларҙы сығарғанда тоташтырған компонент, һыуыҡ битум мастикаларындағы өҫкө йөҙҙә актив компоненттар, битумдарҙың үҙлелеген һәм агдезия үҙенсәлектәрен яҡшырта торған өҫтәмә, пластификаторҙар, антиоксиданттар, антисептиктар булып тора. Башҡортостанда “Газпром нефтехим Салават”, “Уфаоргсинтез” ААЙ‑ларында Е төрөндәге Н.ы. пиролизы етештереү үҙләштерелгән (туйындырылмаған, ароматик, нафтен углеводородтары ҡатнашмаһы), уларҙы мотор яғыулығы, эреткестәр, ҡаҙанлыҡ яғыулығы компоненттары, ҡара нефть‑полимер ыҫмалалары алыу өсөн сеймал сифатында файҙаланалар. Нефтехимия эшкәртеү ин‑тында ауыр Н.ы. пиролизын комплекслы эшкәртеү технологияһы эшләнә, ул дистиллятты нефть пегы, техник углерод һәм “Аддифанс” суперпластификаторы етештереү өсөн сеймал алыу м‑н термополиконденсация процесын һәм фракцияларға айырыуҙы үҙ эсенә ала. Шулай уҡ ҡара: Асфальтлы‑ыҫмалалы матдәләр.  

Л.В.Долматов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика