НЕФТЬПРОДУКТТАРЫНЫҢХИМИКСОСТАВЫ. Нефть продукттарының сифатын, эксплуатация һәм һаҡлау шарттарын билдәләгән элемент, төркөм һәм индивидуаль составтары айырыла. Нефть продукттарының төп элементтары булып углерод (83—90% һәм унан юғарыраҡ), водород (8—15%), көкөрт (0,01—7,5; бензиндә 0—1,8; дизель дистиллятында 0,1—4,0), кислород (0,02—4,5), азот (0—1,7%) тора. Шулай уҡ микроэлементтар, ш. иҫ. һирәк, затлы металдар, металл булмаған элементтар (уларҙың миҡдары 108—102, һаны 50гә тиклем; күп осраҡта каталитик ағыуҙар), ванадий (0,005— 0,07), никель (0,001—0,05), тимер, хром, марганец, цезий һ.б. бар. Нефть продукттарының күпселегенең төркөм составы төрлө бәйләнештәге алкандар, нафтен углеводородтары, ароматик берләшмәләрҙән тора. Бензин фракцияларында күп миҡдарҙа изомер төҙөлөшлө6—С9) юғары октан һанлы алкандар, дизель дистилляттарында — нормаль төҙөлөшлө16Н34) юғары цетан һанлы, майҙар составында — бәләкәй цикллы циклоалкандар бар. Ароматик, диен углеводородтары, нефттең көкөрторганик берләшмәләре, нефттең азоторганик берләшмәләре һәм нефттең кислородорганик берләшмәләре мотор яғыулығында бик аҙ миҡдарҙа (сорты ни тиклем юғарыраҡ, миҡдары шул тиклем кәмерәк) бар. Юғары трала ҡайнаған фракцияларҙан алынған нефть продукттарында би һәм полицикллы ароматик һәм циклан углеводородтар, төрлө структуралы туйындырылмаған берләшмәләр, көкөрт (төрлө цикл рәүешендәге тиацикландар, тиаарендар), азот (пиридин, хинолин, фенантролин, феназин һ.б. сығарылмалары), кислород (кислоталар, фенолдар, эфирҙар һ.б.) органик берләшмәләр бар. Ыҫмалаларҙа һәм асфальтендарҙа ҡатмарлы гетероорганик берләшмәләр, ш. иҫ. псевдопорфирин һәм нефттең металлпорфирин комплекстары, ҡатмарлы эске молекуляр берләшмәләр осрай. Н.п.х.с. нефть химияһы өйрәнә. 20 б. 80се йй. аҙ. УралВолга буйы, Себер, Ҡаҙағстан һәм Урта Азия нефттәрендә 300гә яҡын углеводородтар һәм төрлө кластағы 100гә яҡын гетероатомлы берләшмәләр идентификациялана. Башҡортостанда Н.п.х.с., ш. иҫ. көкөрторганик берләшмәләрҙе (Р.Д. Оболенцев етәкс. башлана, Ә.Я. Байкова, А.А.Вольцов, Н.К.Ляпина, В.С. Никитина, Т.С.Никитина, М.А. Парфёнова, А.Д.Улендеева һ.б. тарафынан дауам ителә), азоторганик берләшмәләрҙе (Байкова, В.Г. Беньковский, И.Г.Конкина һ.б.), металорганик берләшмәләрҙе (Ляпина, Ғ.Ғәлитов һ.б.) тикшереүҙәр Органик химия институтында алып барыла; ӨДНТУла Ю.М.Абыҙгилдин етәкс. үткәрелә. Химия интында НИИнефтехим мн берлектә нефть фракцияларынан сульфидтар концентраттарын һәм уларҙың окисланған сығарылмаларын алыу процесы, Башҡн нефть эшкәртеүҒТИнда ӨНИ мн берлектәметалһыҙлаштырыу процесы эшләнә.

Әҙәб.: Порфирины и металлопорфириновые комплексы нефтей. М., 1977; Б о л ь ш а к о в Г.Ф. Сераорганические соединения нефти. Новосибирск, 1986; П о к о н о в а Ю.В. Нефть и нефтепродукты. СПб., 2003. 

Н.К.Ляпина

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

НЕФТЬПРОДУКТТАРЫНЫҢХИМИКСОСТАВЫ. Нефть продукттарының сифатын, эксплуатация һәм һаҡлау шарттарын билдәләгән элемент, төркөм һәм индивидуаль составтары айырыла. Нефть продукттарының төп элементтары булып углерод (83—90% һәм унан юғарыраҡ), водород (8—15%), көкөрт (0,01—7,5; бензиндә 0—1,8; дизель дистиллятында 0,1—4,0), кислород (0,02—4,5), азот (0—1,7%) тора. Шулай уҡ микроэлементтар, ш. иҫ. һирәк, затлы металдар, металл булмаған элементтар (уларҙың миҡдары 108—102, һаны 50гә тиклем; күп осраҡта каталитик ағыуҙар), ванадий (0,005— 0,07), никель (0,001—0,05), тимер, хром, марганец, цезий һ.б. бар. Нефть продукттарының күпселегенең төркөм составы төрлө бәйләнештәге алкандар, нафтен углеводородтары, ароматик берләшмәләрҙән тора. Бензин фракцияларында күп миҡдарҙа изомер төҙөлөшлө6—С9) юғары октан һанлы алкандар, дизель дистилляттарында — нормаль төҙөлөшлө16Н34) юғары цетан һанлы, майҙар составында — бәләкәй цикллы циклоалкандар бар. Ароматик, диен углеводородтары, нефттең көкөрторганик берләшмәләре, нефттең азоторганик берләшмәләре һәм нефттең кислородорганик берләшмәләре мотор яғыулығында бик аҙ миҡдарҙа (сорты ни тиклем юғарыраҡ, миҡдары шул тиклем кәмерәк) бар. Юғары трала ҡайнаған фракцияларҙан алынған нефть продукттарында би һәм полицикллы ароматик һәм циклан углеводородтар, төрлө структуралы туйындырылмаған берләшмәләр, көкөрт (төрлө цикл рәүешендәге тиацикландар, тиаарендар), азот (пиридин, хинолин, фенантролин, феназин һ.б. сығарылмалары), кислород (кислоталар, фенолдар, эфирҙар һ.б.) органик берләшмәләр бар. Ыҫмалаларҙа һәм асфальтендарҙа ҡатмарлы гетероорганик берләшмәләр, ш. иҫ. псевдопорфирин һәм нефттең металлпорфирин комплекстары, ҡатмарлы эске молекуляр берләшмәләр осрай. Н.п.х.с. нефть химияһы өйрәнә. 20 б. 80се йй. аҙ. УралВолга буйы, Себер, Ҡаҙағстан һәм Урта Азия нефттәрендә 300гә яҡын углеводородтар һәм төрлө кластағы 100гә яҡын гетероатомлы берләшмәләр идентификациялана. Башҡортостанда Н.п.х.с., ш. иҫ. көкөрторганик берләшмәләрҙе (Р.Д. Оболенцев етәкс. башлана, Ә.Я. Байкова, А.А.Вольцов, Н.К.Ляпина, В.С. Никитина, Т.С.Никитина, М.А. Парфёнова, А.Д.Улендеева һ.б. тарафынан дауам ителә), азоторганик берләшмәләрҙе (Байкова, В.Г. Беньковский, И.Г.Конкина һ.б.), металорганик берләшмәләрҙе (Ляпина, Ғ.Ғәлитов һ.б.) тикшереүҙәр Органик химия институтында алып барыла; ӨДНТУла Ю.М.Абыҙгилдин етәкс. үткәрелә. Химия интында НИИнефтехим мн берлектә нефть фракцияларынан сульфидтар концентраттарын һәм уларҙың окисланған сығарылмаларын алыу процесы, Башҡн нефть эшкәртеүҒТИнда ӨНИ мн берлектәметалһыҙлаштырыу процесы эшләнә. Әҙәб.: Порфирины и металлопорфириновые комплексы нефтей. М., 1977; Б о л ь ш а к о в Г.Ф. Сераорганические соединения нефти. Новосибирск, 1986; П о к о н о в а Ю.В. Нефть и нефтепродукты. СПб., 2003. Н.К.Ляпина Тәрж. Ф.А.Ғималова 

Яндекс.Метрика