НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫН ТАҘАРТЫУ, нефть продукттарынан (дистилляттарҙы һәм нефть ҡыуыу ҡалдыҡтарын) көкөрт һәм азот берләшмәләрен, асфальтлы‑ыҫмалалы матдәләрҙе һ.б яғыулыҡ һәм майҙарҙың эксплуатация үҙенсәлектәрен насарайтҡан компоненттарҙы алыу. Сәнәғәттә химик, физик‑химик һәм каталитик ысулдар ҡулланалар. Нефть продукттарын химик таҙартыу кислоталар, һелтеләр, эреткестәр, адсорбенттар, балсыҡ, күмер һ.б. ярҙамында башҡарыла. Нефть продукттарын физик химия ысулы м‑н таҙартыуҙа асфальтһыҙлаштырыу процесы ҡулланыла. Рафинаттарҙы (майлы дистилляттарҙы һәм ҡалдыҡтарҙы айырым таҙартыу продукттары) ҡаты углеводородтарҙан айырыу өсөн парафинһыҙлаштырыу, продукт эретмәләренән кристаллашыу процестары ҡулланыла. Адсорбцион Н.п.т. эҫетелгән продуктты нескә дисперсланған адсорбенттар (контакт таҙартыу) м‑н контактҡа индереп йәки продуктты адсорбент бөртөктәре аша фильтрлап үткәрәләр. Молекуляр ситтар (цеолиттар) ярҙамында башҡарылған һайлаулы адсорбция еңел бензин һәм кәрәсин‑газойль фракцияларынан н‑парафиндарҙы айырырға мөмкинлек бирә. Каталитик Н.п.т. — ҡаты шарттарҙа (ҡаты углеводородтарҙың түбәнге молекуляр һәм түбән т‑рала ҡатҡан углеводородтар барлыҡҡа килтереп деструкцияға дусар ителеүе) гидротаҙартыу (гидрогенлау) майлы сеймалды парафинһыҙлаштырыуҙа ҡулланыла. Гидридлауҙың ҡаты режимдарын ҡулланып йәбешкәклеге юғары индекслы майҙар алып була. Н.п.т. технологияһында экстракция колонналары, үҙәктән ҡыуа торған экстракторҙар, ротор‑дисклы контакторҙар, вакуум фильтрҙары, инжекторлы ҡатнаштырғыстар һ.б. киң ҡулланыла. Башҡортостанда 1960 й. башлап Өфө НЭЗ‑ында илебеҙҙә етештерелгән тәүге дизель яғыулығын гидротаҙартыу ҡоролмаһы эшләй. 90‑сы йй. шунда уҡ бензинды гидротаҙартыу процесы һәм вакуум газойлен гидротаҙартыу процесын үҙ эсенә алған Г‑43‑107 комплексы файҙаланыуға тапшырыла. 70‑се йй. Яңы Өфө НЭЗ‑ында юғары сифатлы майҙар эшләү мөмкинлеге биргән адсорбцион таҙартыу ҡоролмаһы эксплуатацияға индерелә (2004 й. һүтелә). 80‑се йй. аҙ. — 90‑сы йй. башында майҙарҙы селектив таҙартыу ҡоролмалары фенол урынына N‑метилпирролидон ҡулланыуға күсерелә. Шунда уҡ бензин, дизель яғыулығын гидротаҙартыу ҡоролмалары эшләй. 50‑се йй. аҙ. — 60‑сы йй. башында КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында (ҡара: “Уфанефтехим”) дизель яғыулығын гидротаҙартыу процесы үҙләштерелә. 1975—79 йй. майҙарҙы гидротаҙартыу ҡоролмаһы сафҡа индерелә. 60‑сы йй. башынан 18‑се комб‑тта (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) дизель яғыулығын гидротаҙартыу процесы эшләй. 1954 й. Яңы Өфө НЭЗ‑ында һәм 1960 й. Черниковка НЭЗ‑ында ағарта торған балсыҡтар ярҙамында контактлы таҙартыу процесы үҙләштерелә.

Әҙәб.: Ч е р н о ж у к о в Н.И. Технология переработки нефти и газа. Ч.3. М., 1967; Товарные нефтепродукты, их свойства и применение. М., 1971. 

Р.Ғ.Ниғмәтуллин

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

Яндекс.Метрика