НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫ, нефтте, газ конденсатын һәм углеводород газдарын эшкәртеү процесында йәки нефть фракцияларын һәм уларҙың компоненттарын компаундлағанда (ҡатыштырыу) алынған углеводород ҡатышмалары һәм индивидуаль химик берләшмәләр. Н.п. төркөмдәргә бүләләр: яғыулыҡтар (углеводород газдар, бензин, реактив яғыулыҡ, дизель яғыулығы, судно яғыулығы, ҡаҙанлыҡ яғыулығы, газ турбинаһы яғыулығы), минераль майҙар, нефть эреткестәре һәм яҡтыртыу кәрәсиндәре, ҡаты углеводородтар (парафиндар, церезин, уларҙың май м‑н ҡатышмалары), нефть битумдары, махсус Н.п. (нефть коксы, балауыҙҙар, көкөрт, пластик майҙар, техник углерод, нефть ыҫмалалары һ.б.), ш. уҡ нефтехимия синтезы һәм химия производстволары өсөн сеймал. Асыҡ (мотор яғыулыҡтары) һәм ҡара (мазут, гудрон) төҫтәге Н.п. айыралар. Н.п. сифатын физик‑химик үҙенсәлектәр (ҡуйылыҡ, тығыҙлыҡ, пар баҫымы, ҡатыу һәм буръяҡланыу т‑раһы, нефть продукттарының химик составы, коксланыу һ.б.) б‑са баһалайҙар. Ҡайһы бер Н.п. өсөн ҡулланыу үҙенсәлектәрен билдәләйҙәр — бензиндың детонацияға сыҙамлығы (октан һаны) һәм дизель яғыулығының тоҡаныусанлығы (цетан һаны). БР‑ҙың нефть эшкәртеү сәнәғәте Н.п. киң ассортиментын сығара (ҡара: табл.). Республикала етештерелгән Н.п. РФ‑тың бөтә төбәктәренә, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә ебәрелә.  

Л.В.Долматов, П.Л.Ольков

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

Башҡортостан Республикаһының нефть эшкәртеү заводтары етештергән төп нефть продукттары ассортименты

 

Нефть продукттары төркөмдәренең исемлеге

Сорттары һәм маркалары

Автомобиль бензины

Нормаль-80, Регуляр-92, Премиум-95, А-76, Супер-98.

Экспорт: А-80, А-92, А-96, АИ-92, АИ-93, АИ-95, Евро-Супер-95, АИ-98, Супер плюс

Авиация бензины

Б 91/115

Алкилбензин

А, Б

Дизель яғыулығы

Л, З, А, ДЗЭ, ДЛЭ, ДЛЭЧ-В, ДЛЭ4, ДЗЭ4-В, ДЗЭЧ

Реактив яғыулыҡ

ТС-1 (юғары сорт, беренсе сорт)

Мейес яғыулығы

ТУ 38.101656-99

Судно яғыулығы

СЛ, СВЛ, СВТ, СВС (түбән, юғары ҡуйылыҡтағы)

Ҡаҙанлыҡ яғыулығы (мазут)

М-40, М-100

Универсаль һәм автомобилдең карбюраторлы двигателе өсөн мотор майҙары

М-8В, М-6з/10В

Универсаль мотор майҙары

 

Уфалюб-Люкс SAE10W-30 SF/CC,

Уфалюб-Люкс SAE15W-40 SF/CC,

Уфалюб-Люкс SAE10W-40 SF/CC

Яҡшыртылған универсаль мотор майҙары

 

М-8ВА

Ярым синтетик универсаль мотор майҙары

 

Уфалюб-Арктик-Супер SAE5W/30,

Уфалюб-Арктик-Супер SAE5W/40

Мотор майҙары

Новоил-Мотор М-5з-12Г,

Новоил-Синт SAE5W/30,

Новоил-Синт SAE5W/40,

Новоил-Экстра М-4з/10Г (SAE10W-30),

Новоил-Экстра М-4з/14Г (SAE15W-40),

Новоил-М 4з/10Г (SAE10W/30, SF/CC)

Автотрактор дизеле өсөн мотор майҙары

М-10Г2, М-10В2, М-8Г2к, М-10Г2к, М-8ДМ,

М-10ДМ

Дизель мотор майҙары

М-14В2,

Уфалюб ХД Экстра  SAE15W-40

(М-5з/14Д2/Е1)

Автотрактор дизеле өсөн яҡшыртылған мотор майҙары

М-10Г(2)А, М-10Г(2)КА (юғары сорт, беренсе сорт)

Авиация майы

МС-8П

Синтетик май

Б-38

Трансмиссион май

Новоил Супер Т (SAE80W/90), Новоил Т (SAE80W/90 ТМ-5-18),

Уфалюб Унитранс

Автоматик күсергестәр тартмаһы өсөн май

Уфалюб АТФ

Гидравлик май

МГБ-10, МГБ-15

Турбина майы

Тп-22Б

Присадкалы турбина майы

Тп-46

Трансформатор майы

Т-1500у

Көкөртлө нефттән компрессор майы

КС-19

Индустриаль май

И-12А, И-20А, И-40А

Һыуытҡыс машиналар өсөн май

ХФ-22с-16

Резина сәнәғәте өсөн йомшартҡыс май

МП-604

Химик сүс етештереү өсөн май

С-15, С-9

Ароматлаштырылған йылы йөрөтөүсе майҙар

АМТ-300, АМТ 300-у

Бутан-бутилен фракцияһы

А, Б, В

Пентан-изопентан фракцияһы

А, Б

Коммуналь ҡулланыу өсөн шыйығайтылған яғыулыҡ углеводород газы

ПТ, СПТБ, БТ

Ҡаты нефть парафиндары

Т-2

Присадкалар

ДФ-11, ВНИИ НП-360, КНД, ВНИИ НП-714

Нефть пластификаторы

ПН-б

Һаҡлағыс балауыҙ

ЗВ-П

Ҡыйыҡ өсөн нефть битумы

БНК-40/180, БНК-45/190, БНК-90/130

Төҙөлөш нефть битумы

БН-50/50, БН-70/30, БН-90/10

Юл өсөн окисландырылмаған нефть битумы

БНН-50/80, БНН-80/120

Юл өсөн шыйыҡ нефть битумдары

МГО-40/70, МГО-70/30

Юл өсөн ҡуйы нефть битумдары

БНД 90/130, БНД 60/90, БНД 90/130, БН 60/90

Нефть эреткесе (Нефрас)

А 150/330, АР 120/200, С5 150/330,

С 140/350

Профилактик һәм туҙан баҫтырыусы саралар

Ниогрин, Северин, Универсин

Нефть коксы

Дөйөм электродлы кокс

 

Яндекс.Метрика