НЕФТЕКАМА ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1988 й. пед. училище булараҡ асыла, 2001 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: мәктәпкәсә белем, сит тел (инглиз), башланғыс кластарҙа уҡытыу, туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт, ғәмәли информатика. Китапханаһы, 3 компьютер кабинеты, тамаша, уҡыу һәм лекция залдары, дөйөм ятағы бар. 2,5 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2013).

С.Н.Плохов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.