МӘСӘҒҮТ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, Дыуан р‑нында урынлашҡан. 1929 й. Мәсәғүт башҡ. пед.__ техникумы булараҡ асыла, 1936 й. алып башҡ. пед. уч‑щеһы, 1949 й. — уҡытыусылар ин‑ты (ҡара: Уҡытыусылар институттары), 1956 й. — пед. уч‑щеһы, 1997 й. — хәҙ. статусын йөрөтә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә мәктәпкәсә белем биреү, сит тел (инглиз), информатика, башланғыс кластарҙа уҡытыу, урыҫ теле һәм әҙәбиәте, туған (башҡ.) тел һәм әҙәбиәт һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Китапханаһы, колледж тарихы музейы, 3 компьютер класы, 2 дөйөм ятағы, спорт һәм тамаша залдары, уҡыу-производство участкаһы бар. 7 меңгә яҡын белгес әҙерләнгән (2013), улар араһында А.Ш.Ғирфанов, Х.С.Искәндәрова, Т.Й.Йосопов, Ҡ.Ҡ.Латипов, С.А.Михляев, М.А.Нафиҡов. Колледж бинаһы (1907 й. төҙөлгән) — тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы.

Ф.Д.Әхмәтханов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке