МӨБӘРӘКОВ Арыҫлан Ҡотләхмәт улы [Ҡотләхмәтов Арыҫлан Мөбәрәк улы, 15.12.1908, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Асы а. (БР‑ҙың Белорет р‑ны) — 5.5.1977, Өфө], актёр, режиссёр. СССР‑ҙың халыҡ (1955), РСФСР‑ҙың (1944) һәм БАССР‑ҙың (1940) атҡ. артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1948). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң (1931; М.Ә.Мәһәҙиев, В.Мортазин-Иманский курсы) 2‑се Башҡ. Күсмә театры (ҡара: Сибай башҡорт драма театры) актёры, режиссёры. 1934—77 йй. БАДТ актёры, бер үк ваҡытта 1937—39 йй. художество етәксеһе, 1949 й. алып дир., 1951—54 йй. баш режиссёры. Үҙенсәлекле сағыу сәхнә оҫтаһы. Бай тембрлы матур тауышҡа эйә була. Бик күп героик образдар ижад итә: Юлдыбай (“Башҡорт туйы”), Ҡарағол (Д.Юлтыйҙың ш. уҡ исемле әҫәре), Айсыуаҡ (“Таңсулпан”, Ҡ.Даян), Шатморат (“Ҡарлуғас”), Салауат Юлаев (“Салауат”; икеһе лә — Б.Бикбай) һәм “Салауат Юлаев” к/ф (“Союздетфильм” к/ст, 1941). Тарихи‑революцион драмаларҙа Хоҙайбирҙин (“Ағиҙел ярында”, Р.Ниғмәти), Годун (“Һынылыш” — “Разлом”, Б.А.Лавренёв), Давыдов (“Күтәрелгән сиҙәм” — “Поднятая целина”, М.А.Шолоховтың ш. уҡ исемле романы б‑са), Ленин (“Мылтыҡлы кеше” — “Человек с ружьём” һәм “Өсөнсө патетик” — “Третья патетическая”, Н.Ф.Погодин), Сталин (“Онотолмаҫ 1919‑сы” — “Незабываемый 1919-й”, В.В.Вишневский) ролдәрен уйнай. Урыҫ һәм сит ил классик драматургияһы ролдәрендә кәүҙәләндереү оҫталығы айырыуса сағыла: Борис Годунов (А.С.Пушкиндың ш. уҡ исемле трагедияһы), Фёдор Протасов (“Тере мәйет” — “Живой труп”, Л.Н.Толстой), Войницкий (“Ваня ағай” — “Дядя Ваня”, А.П.Чехов), Сатин (“Тормош төпкөлөндә” — “На дне”, М.Горький); Отелло роле (У.Шекспирҙың ш. уҡ исемле трагедияһы) Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955) юғары баһалана. Башҡорт драма театрында Ғ.Ғ.Әхмәтшиндең “Тальян гармун”, Н.Нәжмиҙең “Яҙғы йыр”, В.П.Минконың “Фамилияларын әйтмәйенсә” (“Не называя фамилий”); үҙенең пьесалары б‑са “Һүнмәҫ йөрәктәр”, “Бисәкәй”, “Икенсе йәшлек” һ.б. спектаклдәрен ҡуя. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1989, үлгәндән һуң). Ленин (1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1968), “Почёт Билдәһе” (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә М. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ, Ленин В.И. исемендәге паркта һәйкәл (скульпторы В.А.Дворник) ҡуйылған. Сибай башҡ. драма театры, Сермән балалар йорто, Асы, Инйәр аа. (икеһе лә — БР‑ҙың Бело‑ рет р‑ны), Өфөлә урамдар М. исеме м‑н аталған. Актёрҙың тыуған ерендә Мөбәрәков А. музейы асылған, һәйкәл ҡуйылған.

Әҙәб.: Ә х м ә т ш и н Ғ. Арслан Мөбәрәков. СССР‑ҙың халыҡ артисе. Өфө, 1963; Арыҫлан Мөбәрәков: иҫтәлектәр. Өфө, 1989; СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков: тормошо һәм ижады. Өфө, 2008.

Д.Н.Байтирәкова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке