МОРАТОВ Йәүҙәт Әхнәф улы (8.1. 1951, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Яңы Ҡалмаш а.), баянсы. БР‑ҙың халыҡ (1995), БАССР‑ҙың атҡ. (1989) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1971; Ф.М.Сиражитдинов класы), ӨДСИ‑не (1976; Р.Ғ.Рәхимов класы) тамамлаған. 1970 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләй: баянсы‑концертмейстер, 1994—95 йй. муз. етәксе. М. сәнғәте муз. әҫәрҙәрҙе үҙенсәлекле интерпретациялау, акад. һәм халыҡ башҡарыу традицияларын оҫта берләштереү м‑н айырылып тора. Х.Ә.Ишбирҙиндың “Ҡыҙ урлау” (Р.В.Моратшин м‑н берлектә) һәм “Инсебикә” хореографик спектаклдәренә музыка, башҡ. (“Тирәккәйем”), итальян (“Тарантелла”), молдаван (“Хора”) бейеүҙәре өсөн халыҡ көйҙәренең эшкәртмәләре авторы.

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.