ӨФӨ СӘНҒӘТ ТҮҢӘРӘГЕ, 1913 й. “Өфө рәсем сәнғәтен һөйөүселәр йәмғиәте” булараҡ ойошторола, 1914 й. алып Ө.с.т. Йәмғиәтте булдырыуҙың инициаторы, ойоштороусыһы һәм рәйесе — Ю.Ю. Блюменталь. Йәмғиәттең төп бурысы — ижади аралашыуҙар һәм бергә рәсем м‑н шөғөлләнеү өсөн рәссамдарҙы, сәнғәт һөйөүселәрҙе берләштереү. Устав 1914 й. 31 мартында раҫлана. Йәмғиәткә проф. рәссамдар Б.А.Васильев, Ҡ.С.Дәүләткилдеев, М.Н.Елгаштина, П.М.Лебедев, Л.В.Петухов, С.А.Примак, В.С.Сыромятников, А.Э.Тюлькин һ.б., Өфө земство башҡармалары хеҙм‑рҙәре, ш. иҫ. Өфө икенсе ҡыҙ балалар гимназияһы попечителе Я.С.Бородин, бухгалтер П.Н. Григорьев, махсус эштәр чиновнигы Н.Г.Златогорский ингән. Түңәрәктә һынлы сәнғәт студияһы, китапхана эшләй. 1915 й. уртаһында Башҡ‑нға Д.Д.Бурлюк килгәндән һуң, түңәрәк күргәҙмәләр эшмәкәрлеген башлап ебәрә. 1916—17 йй. Ө.с.т. м‑н 3 күргәҙмә үткәрелә, унда урындағы рәссамдарҙың, Бурлюктың, ш. иҫ. 1‑сеһендә — танылған урыҫ рәссамдары И.К.Айвазовскийҙың, П.П. Верещагиндың, М.В.Нестеровтың, И.И.Шишкиндың һ.б. эштәре күрһәтелә. Ө.с.т. идараһы гауптвахта бинаһының (Пушкин урамы, 85/1; 19 б. төҙөлгән; тарих ҡомартҡыһы һәм архитектура ҡомартҡыһы) 1‑се ҡатында урынлаша, шунда уҡ һынлы сәнғәт күргәҙмәләре үткәрелә. Граждандар һуғышы башланыу сәбәпле 1918 й. түңәрәк үҙ эшмәкәрлеген туҡтата.

Әҙәб.: Башкирский государственный художественный музей им. М.В.Нестерова. Живопись и графика второй половины ХIХ – первой половины ХХ века: кат. выст. /сост. В.М.Сорокина, С.В.Игнатенко. Уфа, 2007.

Л.В.Бондаренко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.