АРТЕМЬЕВ Михаил Алексеевич [12.4.1932, Урта Волга крайы Тоцк а. (Ырымбур өлк.) — 12.5.2001, Өфө], йырсы (лирик тенор). БАССР‑ҙың халыҡ артисы (1976). Ырымбур муз. уч‑щеһын тамамлаған (1951; В.Л.Яблоновская класы). 1952 й. алып Волга буйы хәрби округының Йыр һәм бейеү ансамбле солисы, 1965—95 йй. БДОБТ солисы. Киң диапазонлы, матур тембрлы көслө тауышҡа һәм сағыу актёрлыҡ һәләтенә эйә булған. Төп партиялары: Владимир Игоревич (“Кенәз Игорь” — “Князь Игорь”, А.П.Бородин; 1965, дебют), Альфред (“Травиата”), Герцог (“Риголетто”; икеһе лә — Дж.Верди), Неморино (“Мөхәббәт эсемлеге” — “Любовный напиток”, Г.Доницетти), Надир (“Ынйы эҙләүселәр” — “Искатели жемчуга”, Ж.Бизе). Заман композиторҙары операларында бихисап образдар тыуҙырған: Вайнонен (“Оптимистик трагедия” — “Оптимистическая трагедия”, А.Н.Холминов), Мияги (“Рихард Зорге”), Александр (“Бер туған Ульяновтар” — “Братья Ульяновы”; икеһе лә — Ю.С.Мейтус) һ.б. Концерт репертуарында — урыҫ һәм сит ил композиторҙарының операларынан ариялар һәм камералы вокаль әҫәрҙәр, урыҫ халыҡ йырҙары һәм боронғо романстар. А.Ф.Ведерников, Т.А.Милашкина, Е.С.Мирошниченко, А.П.Огнивцев, Б.Т.Штоколов һ.б. м‑н бергә сығыш яһаған. СССР, Ҡытай, Польша буйлап гастролдәрҙә булған.

Г.Л.Ғәлимова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018