ОСЬКИНА Ирина Николаевна (10.12.1954, Өфө), сәнғәт белгесе. РФ‑тың (2014) һәм БР‑ҙың (2005) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Рәссамдар союзы ағзаһы (1996). И.Е.Репин ис. Рәсем сәнғәте, скульптура һәм архитектура ин‑тын тамамлаған (Ленинград, 1986). 1987 й. алып БДХМ‑дың өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1994 й. — БР‑ҙың Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының баш белгесе, 2008 й. — “Урал лизинг үҙәге” һәм “Уралинвест” ААЙ‑ның (икеһе лә — Өфө) эксперт-консультанты, бер үк ваҡытта 2009 й. башлап ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге Көнбайыш Европа гравюраһын, Башҡортостан графикаһында, рәсем сәнғәтендә, скульптураһында хәҙ. заман художество процестарын тикшереүгә арналған. И.Ғ.Вәлитов, З.Ғ.Ғаянов, Р.Р.Мәғлиев, Б.А.Самосюк, О.А.Самосюк, В.И.Суздальцев һ.б. ижады т‑да хеҙмәттәр авторы. РФ Сәнғәт белгестәре ассоциацияһы ағзаһы (2005). Халыҡ‑ара [“Урал баҫма графика триенналеһы” (“Уральская триеннале печатной графики”; 1995 й. алып)]; Рәсәй [“Киңлек һәм форма” (“Пространство и форма”; 2006)], респ. [“Башҡортостан скульптураһы” (“Скульптура Башҡортостана”; 1996), “Акварель яҙы” (“Акварельная весна”, 1998), “Сәнғәттә тарих” (“История в искусстве”; 1999; бөтәһе лә — Өфө)] күргәҙмәләрен үткәреү инициаторы һәм кураторы. “Төрки донъяһының мәҙәниәте һәм сәнғәте” (“Культура и искусство тюркского мира”; Испарта ҡ., Төркиә), ЭКСПО күргәҙмәһе сиктәрендә “Башҡортостан мәҙәниәте” (“Культура Башҡортостана”; Ганновер ҡ., Германия; икеһе лә — 2000) һ.б. халыҡ‑ара симпозиумдарҙа ҡатнаша.

Х е ҙ м.: Западноевропейская гравюра в собрании БГХМ им. М.В.Нестерова: каталог. Уфа, 1995; Башкирская живопись. Мастера старших поколений: альбом. Уфа, 2014; Башкирская графика. Эстамп: альбом. Уфа, 2014.

Әҙәб.: Оськина Ирина Николаевна //Сообщения Башкирского государственного художественного музея имени М.В.Нестерова. Уфа, 2001.

И.Д.Әхмәтйәнова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика