ОГОРОДОВ Геннадий Васильевич (1.12.1907, Әстерхан губ. Николаев биҫтәһе — 15.1.1988, Өфө), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1964). Рәссамдар союзы ағзаһы (1937). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау художество-сәнәғәт техникумын тамамлағандан һуң (1930; педагогы П.С.Уткин) 1932 й. тиклем шунда уҡ, 1937—38 йй. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһында уҡыта, 1933 й. алып Башҡ‑н үҙәк төбәк музейында, 1935 й. — Башҡ‑н художество фондында, бер үк ваҡытта 1936— 38 йй. БДХМ‑да эшләй, 1949—79 йй. М.И.Калинин ис. мәҙәниәт һарайының һынлы сәнғәт халыҡ студияһы етәксеһе. 19 б. аҙ. урыҫ реализмы традицияларын дауам итеп О. ижадында башлыса камерный пейзаж, һынлы портретҡа (“Әсә портре‑ ты”, “А.Э.Тюлькин портреты”, икеһе лә — 1958; “Үтеп барған көн”, 1965; “Миңйәрҙә йәй”, 1973) һәм графикаға (“Ир кеше портреты”, 1935, ҡағыҙ, пастель) өҫтөнлөк бирә. Тематик рәсемдәр (“Һалдат”, 1945; “Окопта”, 1946; икеһе лә — ҡағыҙ, ҡәләм) һәм эскиздар (“Фронт юлы”, 1944, ҡағыҙ, тушь, перо; “Бетховен”, 1970) авторы. Революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһы Йәштәр берекмәһенең Өфө филиалын (1‑се рәйесе, 1926) һәм Совет рәссамдарының Өфө ҡала союзын ойоштороусыларҙың (1937) береһе. “Огородов мәктәбен” үҙләштергән уҡыусылары араһында В.Э.Меос, В.Н.Пегов, ш. уҡ П.И.Багин, Ю.М.Ракша, Г.А.Сысолятин (бөтәһе лә — Мәскәү), Н.Б.Селиков (Новгород ҡ.). 30‑сы йй. 2‑се ярт. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәһе — Өфө (1989). Эштәре БДХМ коллекцияһында, Рәсәйҙә һәм сит илдә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән (1947). Әҙәб.: Геннадий Васильевич Огородов /сост. В.Э.Меос, Л.Д.Ртищева. Б. м., б. г.

А.Е.Григорьева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Яндекс.Метрика