НУРИӘХМӘТОВ Фирдант Сәлимйән улы (5.12.1961, БАССР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны Ҡараяр а.), скульптор. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2012). Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). БДПИ‑ны тамамлаған (1989).

Салиравия псевдонимы аҫтында эшләй. Н. ижадында традицион академик йүнәлеш (“Рәссам М.Назаров портреты”, 1997, бронза; “Футурист Бурлюк”, 1999; “Шәғәле Шаҡман уғы”, 2004; икеһе лә — мәрмәр), классика, примитивлыҡ һ.б. 20 б. стилистик ағымдары синтезы (“Турҡан‑хатун һыны”, 1994; “Йондоҙҙарға табыныусы”, 1997; икеһе лә — габбро), папье-маше, быяла туҡыма, пластик масса ҡулланып, инсталляция һәм дизайнды берләштергән монтажлау объекттары (“Мөхәббәт колоннаһы”, 1994; “Ҡыҙыл композиция”, 2005) урын алған. Уларҙа рәссамдың фәлс. төшөнсәләрҙең образ‑билдәләрен ижад итеү юлы м‑н ысынбарлыҡты сағылдырырға ынтылышы сағыла. Миҙал эшләү сәнғәте өлкәһендә эшләй. Ә.Ә.Вәлидовҡа мемориаль таҡтаташтар (2000, 2006); Ф.Ә.Ғәскәров (2004), З.Ғ.Исмәғилевкә (2005) ҡәбер таштары, М.В.Нестеровҡа һәйҡәл (2015, В.Г.Лобанов м‑н авторҙашлыҡта; бөтәһе лә — Өфө) авторы. 1986 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1996, 2011, 2016). Эштәре БДХМ, “Урал” галереяһы (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), Третьяков галереяһы (Мәскәү), ТР‑ҙың Һынлы сәнғәт музейы, “Ҡазан” милли мәҙәниәт үҙәгенең Милли мәҙәниәт музейы (икеһе лә — Ҡазан) һ.б. коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. “Сәнғәттә тарих” (“История в искусстве”; 1999) респ., Салауат Юлаевҡа һәм уның батырлығына арналған иң яҡшы һынлы сәнғәт әҫәрҙәре (2004; икеһе лә — Өфө) конкурстары, “Таштағы скульптура” (“Скульптура в камне”) Халыҡ-ара симпозиумы (Кутаиси ҡ., Грузия, 2001) һ.б. лауреаты. БР‑ҙың М.В.Нестеров ис. Дәүләт пр. лауреаты (2018).

Әҙәб.: Скульптура Башкортостана: кат. 1‑й респ. выст. /авт.‑сост. И.Н.Оськина. Уфа, 1996; Объекты: кат. выст. Уфа, 2005.

Ф.М.Миңнеғолова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке