НИКАНДРОВ Сергей Иванович (1894—1944, Өфө), сценограф. Мәскәү рәсем сәнғәте, һәйкәл ҡойоу һәм төҙөү сәнғәте уч‑щеһын тамамлаған (1910 йй.). 1919 й. алып Өфө клубтарында үткәрелгән күмәк тамашаларҙа, Үрнәк татар-башҡорт театрында биҙәүсе рәссам, 1922—42 йй. БАДТ‑ла рәссам. Башҡ. сценографияһында иң оло вәкилдәрҙең береһе. Башҡорт драма театрында һәм Башҡорт Күсмә театрында 100‑ҙән ашыу спектаклде биҙәй: тарихи темаға арналған постановкаларҙа (М.А.Буранғоловтың “Ашҡаҙар”, Ф.М.Сөләймәнов, Д.Юлтый һәм В.Мортазин-Иманскийҙың “Салауат һәм Пугачёв”, “Башҡорт туйы” һ.б.) милли көнкүреш аксессуарҙарын; рев‑цияға (М.Ғафуриҙың “Ҡыҙыл йондоҙ”, Д.А.Фурмановтың “Фетнә” романы б‑са ш. уҡ исемле спектакле, И.К.Микитенконың “Диктатура”), коллективлаштырыу һәм индустриялаштырыуға арналған постановкаларында (В.М.Киршондың “Рельстар геүләй” — “Рельсы гудят”, А.М.Таһировтың “Завод”) конструктивизм алымдарын һәм плакат‑схематик образдарҙы; классик репертуар постановкаларында (А.Н.Островскийҙың “Төшөмлө урын” — “Доходное место”, “Бирнәһеҙ ҡыҙ” — “Бесприданница”, М.Горькийҙың “Егор Булычов һәм башҡалар” — “Егор Булычов и другие”) театраль-биҙәү сәнғәтенең традицион һынландырыу принциптарын ҡуллана. 30‑сы йй. 2‑се ярт. БАДТ‑ының техник бүлеге мөдире була, башлыса спектаклдәрҙе биҙәүҙә инженер-конструкторлыҡ мәсьәләләре өҫтөндә эшләй. Урыҫ драма театры м‑н хеҙмәттәшлек итә. 1920 йй. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Эштәре БАДТ музейында һаҡлана.

 

Л.В.Бондаренко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика