НӘФИС ФАРФОР СӘНҒӘТЕ, ҡыҙҙырылған, һыу һәм газ үткәрмәй торған, ғәҙәттә аҡ төҫтә, нәҙек ҡатламы үтә күренмәле, ваҡ тишектәрһеҙ, сағыу нәҙек керамикананэшләнгән художество әйберҙәре; нәфис керамика сәнғәте төрө. Аҡ тоноҡ фарфор (бисквит) художество әйберҙәре эшләүҙә ҡулланыла һәм, ғәҙәттә, глазурь м‑н ҡаплана. Н.ф.с. әйберҙәрендә (бәләкәй пластика, ваза, сервиз, таштуҫтаҡ, шәмдәл, биҙәкле һауыт-һаба, панно, күләмле әйберҙәр, рельефтар һ.б.) рәссамдар биҙәүҙең традицион алымдарын (ҡулдан биҙәк төшөрөү, төҫләндереү, һылау, люстр, алтын ялатыу һ.б.) һәм автор техникаһын ҡуллана.

Башҡ‑ндың проф. биҙәү‑ҡулланма сәнғәтендә Т.П.Нечаева тарафынан эшләнгән Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистарын кәүҙәләндергән фарфор статуэткалар тәүге Н.ф.с. әйберҙәре булып тора, уларҙа шат күңел һәм сағыу халыҡсан дәрт сағылдырылған; баҙыҡлыҡ м‑н һығылмалылыҡ яраштырылған: “Бейеүсе Т.Хоҙайбирҙина” (1954), “Яулыҡ менән бейеү” (икеһе лә — глазурь өҫтөнән ҡапланған биҙәк), “Өс туған бейеүе” (глазурь аҫтынан һәм өҫтөнән ҡапланған биҙәк; икеһе лә — 1955).

60—70‑се йй. Н.ф.с. өлкәһендә башлыса керамика белгесе Ф.У.Усманова эшләй, уның проф. эшмәкәрлеге Ижади производство комбинатына бәйле. Үҙенең эштәрендә ул Башҡ‑ндың биҙәү-ҡулланма сәнғәте традицияларына хас булған төҫтәр ярашыуын үҙгәртә, “Көнсығыш” сервизын биҙәгәндә тәүге тапҡыр башҡ. орнаменты элементтарын ҡуллана (1972; фарфор, глазурь өҫтөнән биҙәк, алтын); ш. уҡ бәләкәй пластика әҫәрҙәрен ижад итә.

70‑се йй. уртаһынан Н.ф.с. өлкәһендә Л.А.Госачинская эшләй. Ул эштәрендә күп төҫ ҡулланмайынса нәфислек м‑н тәьҫир итеүгә өлгәшә: “Туймазынан икәү” (фарфор, тоҙ; глазурь аҫтынан биҙәк, люстр), «“Дон Сезар де Базан” спектакленән комик персонаждар» (фарфор, глазурь өҫтөнән биҙәк, люстр; икеһе лә — 1987) скульптур композициялар; бәләкәй пластика “Рәссам Т.П.Нечаева” (1988; фарфор, глазурь аҫтынан биҙәк).

80‑се йй. аҙ. – 90‑сы йй. Н.ф.с. М.Б.Нелюбинаның әҫәрҙәре билдәле булып китә; уның әйберҙәрендәге биҙәктәр һыҙма һүрәттәр, офорт (ҡара: Графика) стиленә тартым. Эштәре айырыуса аҡ фон, нескә нәфис һыҙаттар һәм штрихтар, йомшаҡ колорит, күберәк композицияның фрагменттарға бүленеүе м‑н айырыла: “Диңгеҙ һағышы” вазаһы (1994; фарфор, бисквит, глазурь аҫтынан һәм өҫтөнән биҙәктәр), “Сихри ҡыш” сервизы (1994; фарфор, бисквит, пигменттар, глазурь аҫтынан биҙәк, люстр).

Л.Н.Ғәлиева ижадының тәүге осоронда башлыса фарфор массаһы м‑н эшләй һәм бәләкәй форма пластикаһына мөрәжәғәт итә. Уның әҫәрҙәре хикмәтле әкиәт һәм фантазиялы образдарҙы кәүҙәләндерә, гротеск һыҙаттарына эйә, ентекләп эшләнгән деталдәре, үҙенсәлекле фактура биҙәктәре м‑н айырылып тора: “Күбәләктәр”, “Аҡһөйәктәр мәжлесе”, “Көнсығыш”, “Мәрәкә кешеләр” (бөтәһе лә — 1993—2000, төҫләндереү).

Н.ф.с. өлкәһендә ш. уҡ проф. эшмәкәрлеге “Туймазы фарфоры” ААЙ‑на бәйле керамика белгестәре: И.Б. һәм Е.А.Котельниковтар — “Һабантуй” биҙәкле скульптура композицияһы (1990—95; фарфор, глазурь өҫтөнән биҙәк, люстр), Х.Н.Латипов – “Пластика” биҙәкле кувшин композицияһы (1993; фарфор, глазурь өҫтөнән биҙәк), И.А.Николаева — “Төш” таштуҫтағы (триптих, 1996; фарфор, бисквит, пигмент, алтын, глазурь аҫтындағы биҙәк), “Тәҙрә менән натюрморт” (1997; фарфор, пигмент, алтын, глазурь өҫтөндәге биҙәк); Октябрьский керамик плитка һәм фарфор изделиелар заводына рәссамдары эшләй: В.Г.Кузнецова — “Ҡурай сәскәһе, “Көҙгө кис” (фарфор, глазурь аҫтынан биҙәк), В.И.Кузнецов — “Бәхетле бала саҡ” скульптур композицияһы (Кузнецова м‑н авторҙ.), Д.В.Йосопов — “Ҙур ғаилә”, “Рәхим итегеҙ”, “Әсә булыу” бәләкәй композициялары, “Башҡорт мадоннаһы” композицияһы (бөтәһе лә — фарфор, глазурь өҫтөндә биҙәк; 70‑се — 80‑се йй. башы).

Керамика оҫталары Л.Н.Вульфсон, М.Н.Гульченко, В.Г.Деркач, И.В.Таран, М.Ф.Таран һ.б. ижадында фарфор ҡатнаш техникала башҡа материалдар м‑н бергә нәфис әйберҙәрҙе (шамоттан, фаянстан һ.б.) ҡаплау сифатында ҡулланыла.

Башҡ. Н.ф.с. әйберҙәре Башҡортостан проф. биҙәү‑ҡулланма сәнғәтенең 1‑се (1997), 2‑се (2002) һәм 3‑сө (2008) респ., төрлө респ., зона, Бөтә Союз һәм сит ил, ш. уҡ рәссамдарҙың шәхси күргәҙмәләрендә күрһәтелә. Н.ф.с. әҫәрҙәре БДХМ, һынлы сәнғәт галереялары, Рәсәй һәм сит ил музейҙары коллекцияларында һәм шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Янбухтина А.Г. Башкирские сувениры. Уфа, 1982; шул уҡ. Декоративное искусство Башкортостана. ХХ век: от тамги до авангарда. Уфа, 2006; Профессиональное декоративно-прикладное искусство Башкортостана: кат. 1—3 респ. выст. 1997—2008.

А.Е.Григорьева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Яндекс.Метрика