НӘФИС МЕТАЛЛ СӘНҒӘТЕ, башҡорттарҙың традицион көнкүрешендә һәм хужалығында ҡулланылған, металдан эшләнгән төрлө тәғәйенләнештәге әйберҙәр; уларҙы нәфис эшкәртеү; биҙәү-ҡулланма сәнғәте бүлеге. Башҡортостанда металл әйберҙәр энеолит дәүерендә барлыҡҡа килә. Металды биҙәүҙең традицион төрҙәрен етештереү булып ҡойоу, сүкеү, көмөш м‑н һырлау, гравёрлау, штамплау, сүкеп биҙәү, ҡарайтыу, күҙәнәкләү (бөртөк төшөрөү), сымды үреп биҙәү, күп төҫ м‑н инкрустациялау техникаһы тора. Тимерсе‑ювелир оҫталарының иң мөһим хеҙмәт өлкәһе — һуғыш һәм һунар ҡоралдары, ат егеү кәрәк‑ярағы эшләү була, уларҙа металл ағас һәм күн м‑н бергә файҙаланыла (ҡара: Нәфис ағас сәнғәте, Нәфис күн сәнғәте); металдан традицион биҙәүестәр, традицион йыһаз, ерләү әйберҙәре һ.б. яһағандар. Иң боронғо техникаларҙың береһе — ҡойоу. Изделиеларҙы (балдаҡ, таралғы, баш кейеменә, билбауға, сбруйға айылдар) ҡойоу өсөн формаларҙы таштан, йоҡа итеп сүкелгән металдан, балсыҡтан яһағандар. Металды утта иретеү һәм ҡыҙҙырыу өсөн тигель ҡулланғандар, уға урынлаштырылған көмөш йәки алтын киҫәге өҫтөнә быҫҡып ятҡан күмер һалып, туҡтауһыҙ өрҙөрөп торғандар; ирегән металды көмөш йәки алтын ялатыу өсөн файҙаланғандар. Металл эшкәртеүҙең төп алымдарының береһе — сүкеү (һалҡын, эҫе; ул штамп ҡулланып, ирекле рәүештә ҡул м‑н, машина ярҙамында эшләнгән). Сүкегәндә күп тапҡыр һуғыу һөҙөмтәһендә әҙерләмә кәрәкле күләмгә һәм формаға килә; металдың сифаты һәм төҙөлөшө яҡшыра. Ҡулдан сүкеп хәрби ҡорал, эш йыһаздарына деталдәр һ.б. яһалған. Башҡ. Н.м.с. оҫталары көмөш табаҡтар йәки сым ҡулланып матур орнаментлы композициялар (ҡара: Орнамент) ижад иткән. Көмөшсө оҫталар көмөш ялатыуҙың бер нисә ысулын ҡулланған. Металл әйберҙәр өҫтөнә буйға һәм арҡыры бураҙналар яһағандар, уға йоҡа көмөш киҫәген һалып йылытҡандар һәм сүкеш м‑н һуҡҡылап, яҡшылап беркеткәндәр, һуңынан көмөшләнгән әйбер өҫтөнә балауыҙ һөртөп, биҙәкте тырнап сыҡҡандар һәм азот кислотаһына төшөрөп көйҙөргәндәр. Көмөшө төшкән урындарҙы ҡарайтҡандар, шулай итеп, көмөш фонда ҡара биҙәктәр барлыҡҡа килгән. 19 б. көмөш ялатыуҙың ҡайнар ысулын ҡуллана башлайҙар: предмет өҫтөнә бура һибеп, уға көмөш киҫәген ҡуйғандар һәм утта иреткәндәр, һыуынған металды сүкеш м‑н тейешенсә һуҡҡылағандан һуң нашатыр спирты м‑н ялтырағансы эшкәрткәндәр. Һирәкләп икенсе ысул да ҡулланылған: шымартылған металға осло ҡырҡҡыс м‑н йыш итеп параллель ҡыя һырҙар төшөргәндәр, уларға арҡыры аҙ ғына йылытылған нәҙек көмөш сымдар һалып, сүкеш м‑н һуҡҡылап индергәндәр (биҙәк барлыҡҡа килһен өсөн сымды алдан һырланған рәсемгә баҫалар); һуңынан металды утта ҡыҙҙыралар һәм нашатыр спирты м‑н ышҡып, ваҡ ҡом һалынған сепрәк м‑н шымарталар. Һырлы биҙәктәр м‑н башлыса өҙәңгене, ҡаптырманы, һаҙаҡ м‑н йәйә ҡабын, сбруйҙың күндән эшләнгән өлөштәрен, эйәр ҡашын биҙәгәндәр, ҡайһы берҙә һырҙар гравёрлау, сүкеп биҙәү, төҫлө ваҡ мәрйендәр һәм быяла м‑н байытылған. Эйәрҙең алғы ҡашын артҡыһына ҡарағанда байыраҡ биҙәгәндәр, контраст биҙәктәр м‑н ярым ай рәүешендәге ҡалай ҡулланғандар; ҡайһы берҙә орнамент үтә тишелгән һырҙар м‑н эшләнгән. Эйәр‑өпсөндөң күн ҡуйылған өлөштәрен киң ҡайма м‑н уратып алынған һәм һырлап биҙәлгән ҙур көмөш йүгертелгән ярымшар рәүешендәге өҫтәмәләр м‑н матурлағандар. Түңәрәк өҫтәмәләрҙә биҙәк сикләнгән композициялы була, яҫыларында бөтә урынды биләгән һәм рам м‑н уратылған, ҡабарынҡыларында ҡырҙарынан тар биҙәктәр һуҙыла. Көмөш ялатылған ҡалайҙарҙың күндең ҡарағусҡыл- ҡуңыр төҫө һәм йомшаҡ фактураһы м‑н ярашыуы, ш. уҡ уларҙың композицион урынлашыуы үҙенсәлек өҫтәй: аҫта — үҙенең формаһы б‑са әйберҙең аҫҡы ситенең һыҙаттарын ҡабатлаусы ҙур пластиналар, ҡырҙарында — тар, уртаһы иркен, төрлө үлсәмдәге түңәрәк өҫтәмәләр. Штамплау, гравёрлау, сүкеп биҙәү, ҡарайтыу, филигрань, инкрустация техникаларын төрлө предметтар эшләү һәм биҙәү өсөн ҡулланғандар, улар араһында ювелир биҙәүестәр юғары баһаланған: беләҙек, йөҙөк, балдаҡ, ҡатын‑ҡыҙ камзулдарына киң ҡаптырмалар, ҡашмауға маңлайсуҡ һәм оҙон ҡолаҡсуҡтар, сулпы, елкәлек, сәсҡап, һирәгерәк алҡалар, ирҙәр билбауына ҡәмәрҙәр, һаҙаҡ һәм йәйә ҡаптарына өҫтәмәләр. Был әйберҙәрҙе биҙәүҙә б.э.т. 3— 2 бб. үҫешкән инкрустация һәм йәнлек стиленә нигеҙләнгән боронғо полихром (күп төҫлөлөк) стиле традициялары сағылыш тапҡан. Үңле инкрустациялау техникаһында металл ҡалайҙа ҙур булмаған уйымдар яһағандар һәм уларға нескә алтын, көмөш сымдар, таҫмалар йәки пластиналар ҡуйып, иретеп йәбештергәндәр һәм түңәрәк йәки тура мөйөш формаһында оялар барлыҡҡа килтергәндәр. Инкрустация өсөн декоратив таш, мастика йәки иретелгән эмаль онтағын файҙаланғандар (эмаль м‑н, ғәҙәттә, ирҙәр билбауҙары һәм көмөш йүгәндәр өсөн ауыр көмөш өҫтәмәләрҙе биҙәгәндәр); оялар араһын төрлө фигуралар м‑н тултырғандар (ваҡ металл бөртөктәре). Металды һалҡын штамплау техникаһында уйымлы йәки ҡабарынҡы һүрәттәр төшөрөлгән махсус матрицалар (башлыса ҡурғаш дискылар) ҡулланғандар, дискылар өҫтөнә йоҡа бронза, алтын йәки көмөш ҡалай һалып һүрәт килеп сыҡҡансы сүкеш м‑н һуҡҡандар. Сүкеп биҙәү техникаһында төрлө, йышыраҡ, геом., орнаменттарҙы предмет өҫтөндә эшләгәндәр; гравёрлау киң ҡулланылған. Иң ҡатмарлы техникаларҙың береһе – сымды үреү: өҫтән һалынған йәки төйөрсөклө филиграндә бергә үрелгән алтын йәки көмөш сымдарҙы ҡалай өҫтөнә “кәкерсәк”, “арҡан”, “шнур”, “һыр” һ.б. рәүешендә иретеп йәбештергәндәр; селтәрләп эшләнгән филиграндә сымдар — үҙ‑ара иретеп тоташтырылған (ҡайһы берҙә тәбиғи таштар һәм төҫлө быяла м‑н биҙәкләгәндәр). Филигрань м‑н семәрләү техникаһы оҡшаш: күп биҙәүестәрҙә осраған ваҡ селтәрҙе металдан эшләгәндәр, бының өсөн уны йомшаҡ күнгә һалып, ағас сүкеш м‑н һуҡҡылағандар. Үрелгән сымдан дүңгәләктәр ярҙамында шыумалы итеп ваҡ тәңкәләр беркетелгән сыңғырлап торған беләҙектәр һәм йөҙөктәр яһағандар. Башҡортостанда полихром стиле традицияларының оҙаҡ һаҡланыуы — мәрйен, аҡыҡ, фирүзә, мәрүәт, көмөштөң халыҡ араһында борондан таҙартыу, һаҡлау көсөнә эйә, ә металл һ.б. биҙәүестәрҙең тылсым һәм һаҡлағыс функцияһын башҡарыуына бәйләнгән була. Социум ҡанундары һәм йолалары коллективтың яҡлауға мохтаж ағзаларын (балаларҙы, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, яугирҙарҙы) ҡурсалаған, шуның өсөн уларҙың кейемдәре, ҡоралдары һәм ат егеү кәрәк- ярағы инкрустация һәм боронғо орнаменттар м‑н бай биҙәлгән. Астраль‑соляр символикала, орнамент биҙәктәренең зооморф һәм үҫемлек формалары комбинацияларында халыҡтың исламға тиклемге дини инаныуҙары сағылған. Н.м.с. орнамент элементтарында айырыуса S рәүешле һәм тәре һымаҡ ҡусҡар фигуралары киң ҡулланылған; йыш ҡына металл әйберҙәрҙең биҙәк композицияларына мосолман каллиграфияһының ҡайһы бер элементтарын индергәндәр. 18 б. 2‑се ярт. — 19 б. металды художестволы эшкәртеү сәнғәтенең һүрелеүе күҙәтелә, был йәйләү малсылығы традицияларының юғалыуына, Башҡортостанда тимерселек эшен һәм металл әйберҙәр эшләүҙе тыйыуға бәйләнгән [ҡара: Указдар (1736 й. 11 февр.)]; 19 б. аҙ. тауар-аҡса мөнәсәбәттәренең үҫеше, һөнәрселек әйберҙәрен ф‑ка продукцияһы м‑н алмаштырып, был процесты тиҙләтеп ебәрә, әммә ҡайһы бер художестволы изделиелар (семәрле ҡапҡалар, ҡоймалар, балкондар, баҫҡыс яндауырҙары, ҡыйыҡ ябыуҙары һ.б.) 20 б. башына тиклем Өфөнөң һәм Башҡортостандың башҡа ҡалалары архитектураһында традицион булып ҡала (ҡара: Костерин П.И. йорто). Республиканың хәҙ. заман проф. биҙәү‑ҡулланма сәнғәтендә Н.м.с. м‑н ҡыҙыҡһыныу 20 б. 60‑сы йй. 2‑се ярт. күҙәтелә. Художестволы сүкеү сәнғәте өлгөһө булған монументаль-декоратив паннолар (ҡара: Монументаль сәнғәт) башҡ. халҡының милли байрамдары, тарихы һәм көнкүреше темаларын сағылдыра. Сүкеү сәнғәтенең сәскә атыуы М.Ҡ.Якупов (“Башҡортостан улдары”, 1966), Ю.С.Грушевский (“Сәй эскәндә”, 1968), В.В.Лифанов (“Мәңгелек”), Г.Г.Пронин (“Сәнғәт”), Р.А.Петров (“Ял”; бөтәһе лә — 1969) ижадтары м‑н бәйләнгән; һуңыраҡ ул В.С.Билалов (“Тоҡтар менән алышыу”, 1981; “Тальян гармун”, 1997) ижадында үҫеш ала. Башҡ. хәрби һәм һунар кәрәк‑ярағын эшләү традицияһын З.Ғ.Ғаянов дауам итә. Ювелир сәнғәте оҫталары араһында классик йүнәлеште үҙ иткән Э.А.Джанинян (“Малахит” гарнитуры, 1996; көмөш, малахит, аҡыҡ, хризопраз; сүкеү, сүкеп биҙәү, семәрләп үреү); рәссам‑тимерселәр Р.Р.Сибаев (камин йыһаздары), И.П.Юдинцев (шәмдәл; бөтәһе лә — 2001) һ.б. ижады киң билдәлелек яулай, улар ҡулдан сүкеү техникаһында эшләй, биҙәүҙә традицион башҡ. һәм классик орнамент мотивтарын ҡуллана. Н.м.с. хәҙ. заман әҫәрҙәре Башҡортостандың ҡала һәм ҡасабаларының төрлө учреждениелары һәм шәхси йорттарының интерьеры, экстерьерын биҙәй, уларҙы ландшафт дизайнында ҡулланалар; металл төрлө стиль һәм йүнәлештәге скульптура әҫәрҙәрҙен ижад итеүҙә әүҙем файҙаланыла. 90‑сы йй. Тимерселәр һәм металл эшкәртеүсе рәссамдар гильдияһы ойошторола (рәйесе С.В.Проваторов). Н.м.с. әҫәрҙәре Башҡортостандың проф. биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең респ. күргәҙмәләрендә күрһәтелә (1997, 2002, 2008; бөтәһе лә — Өфө). Традицион башҡ. Н.м.с. өлгөләре — БДХМ, Милли музей, Археология һәм этнография музейы, Дәүләт этнография музейы (С.‑Петербург), Венгрия этногафия музейы (Будапешт); хәҙ. заман авторҙары әҫәрҙәре БДХМ, Бөтә Рәсәй биҙәү-ҡулланма һәм халыҡ сәнғәте музейы (Мәскәү) коллекцияларында, шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Профессиональное декоративно-прикладное искусство Башкортостана: кат. 1‑й респ. выст. /авт.‑сост. С.В.Евсеева. Уфа, 1997; Профессиональное декоративно-прикладное искусство Башкортостана: кат. 2-й респ. выст. /авт.‑сост. С.В.Игнатенко. Уфа, 2002; Я н б у х т и н а А.Г. Декоративное искусство Башкортостана. ХХ век: от тамги до авангарда. Уфа, 2006.

Н.Х.Хисмәтуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке 

 

 

Яндекс.Метрика