“АРТЕЛЬ” халыҡ художество кәсептәре уҡытыу‑производство предприятиеһы, ЯСЙ. Тәбиғи таштарҙан (аҡыҡ, долерит, йәшмә, кахолонг, лазурит, нефрит, родонит, тау гәлсәре, чароит, юлбарыҫ күҙе һ.б.) нәфис изделиелар эшләп сығара, каминдар йөҙләүҙе, фонтандарҙы таш м‑н биҙәүҙе һ.б. башҡара. Өфөлә урынлашҡан. 1990 й. нигеҙ һалына. Составы: таш киҫеү, шымартыу‑полировкалау, мозаика цехтары (бөтәһе лә 1990 й. нигеҙләнгән). Пр‑тиела респ. тәүге тапҡыр Флоренция мозаикаһы стилендә эшләнгән изделиелар сығарыла башлай. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. Күп кенә изделиелар АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Дания, Көньяҡ Корея, Финляндия, Швейцария, Швеция, Японияла шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.