НЕСТЕРОВ М.В. ИСЕМЕНДӘГЕ ХУДОЖЕСТВО МУЗЕЙЫ. Өфөлә урынлашҡан. М.В.Нестеров инициативаһы б‑са 1919 й. Октябрь рев‑цияһы ис. Өфө художество пролетар музейы булараҡ асыла, 1921 й. алып Өфө художество пролетар сәнғәт музейы, 1922 й. — Өфө художество музейы, 1929 й. — Башҡ. дәүләт художество музейы (1954 й. Нестеров исеме бирелә), 1994 й. — БР‑ҙың М.В. Нестеров ис. Дәүләт художество музейы, 1998 й. алып Нестеров М.В. ис. Башҡорт дәүләт художество музейы. “Ижад” күргәҙмә залы (2002 й. асыла) һәм 4 филиалы бар (2015): Воскресенск картиналар галереяһы, Тюлькин А.Э. йорт‑музейы, Стәрлетамаҡ ҡ. картиналар, Нефтекама ҡ. “Мираҫ” галереялары (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары). Музейҙың ойоштороусыһы һәм беренсе дир. — И.Е.Бондаренко. 1920 й. асылған экспозиция 3 залда (хәҙ. — 12 залда) урынлашҡан. 1913 й. Нестеров тарафынан ҡалаға бүләк итеп бирелгән 102 әҫәр коллекция нигеҙен тәшкил итә. Унда М.А.Врубель, К.А.Коровин, И.И.Левитан, И.Е.Репин, Н.К.Рерих, И.И.Шишкин, 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. баштарында ижад иткән башҡа урыҫ рәссамдарының, ш. иҫ. Нестеровтың үҙенең 30 эше (хәҙ. — 109 картина, ш. уҡ уның шәхси әйберҙәре; 1927, 1937 йй. рәссамдың үҙенән, 1940‑сы йй. һәм 1960—2000 йй. туғандарынан бүләктәр м‑нтулылана) була. Музей йыйылмаларында 12 меңдән ашыу экспонат (2015), ш. иҫ. 12—21 бб. урыҫ, совет, Көнбайыш Европа һәм Көнсығыш һынлы сәнғәт әҫәрҙәре коллекцияһы, улар башлыса 1920 йй. Мәскәү, Ленинград музей фондтары һәм Өфө учреждениелары тапшырған эштәрҙән тора; Д.Д.Бурлюктың 37 эшенән (1915—18) торған уникаль коллекция; Башҡортостандың традицион биҙәү‑ҡулланма сәнғәте предметтары һәм һынлы сәнғәт әҫәрҙәре (8 меңдән ашыу экспонат). 1920 йй. Өфө художество музейы дуҫтары түңәрәге музейҙың художество эшмәкәрлеген пропагандалау б‑са әүҙем эш алып бара. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында музейҙа Киев, Одесса, Полтава һ.б. ҡалалар музейҙарынан эвакуацияланған экспонаттар урынлаштырыла. БДХМ башҡ. биҙәү-ҡулланма һәм һынлы сәнғәт өлкәһендә экспонаттар йыйыу, фәнни‑тикшеренеү эштәрен башҡара, унда М.Н.Арыҫланов, З.Р.Басиров, А.Д.Бурзянцев, К.Ғ.Ғөбәйҙуллин, Ҡ.С.Дәүләткилдеев, Б.Ф.Домашников, Ғ.Ш.Имашева, Н.А.Калинушкин, С.Б.Краснов, А.П.Лежнев, Ә.Ф.Лотфуллин, Т.П.Нечаева, Р.М.Нурмөхәмәтов, Э.М.Сәйетов, Ә.Х.Ситдиҡова, А.Э.Тюлькин, Б.Д.Фузеев һ.б. әҫәрҙәре тупланған. Музей каталогтар, альбомдар; урыҫ һәм башҡ. рәссамдары ижадына арналған буклеттар, каталогтар һәм монографиялар нәшер итә. Һынлы сәнғәт күргәҙмәләрен, тамашасыларҙың рәссамдар м‑н ижади осрашыуҙарын, художество‑муз. [20‑се йй. “Йәшел шәм” (“Зелёная лампа”), һуңынан “Музыкаль ҡунаҡ бүлмәһе” (“Музыкальная гостиная”)], ш. уҡ танылған респ., Рәсәй, сит ил башҡарыусылары һәм ижади интеллигенция вәкилдәре ҡатнашлығында әҙәби һәм шиғри кисәләр ойоштора; А.А.Кузнецов ис. (ҡара: Художество мәктәбе №1) һәм Тюлькин ис. (ҡара: Художество мәктәбе №2) Бөтә Рәсәй балалар художество ижады конкурстарында еңеүселәрҙе бүләкләйҙәр; 80‑се йй. музейҙа лекторий, йәш сәнғәт һөйөүселәр клубы эшләй. Третьяков галереяһы (Мәскәү), Рус музейы (С.‑Петербург), ТР‑ҙың Һынлы сәнғәт музейы (Ҡазан), Милли музей, Рәссамдар союзы, Опера һәм балет театры, респ. һынлы сәнғәт галереялары һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. БДХМ м‑н Р.М. Абдуллин, В.П.Андреев, Ю.Ю.Блюменталь, З.Ғ.Ғаянов, С.В.Игнатенко, Ф.А.Исмәғилев, Ә.Ғ.Йәнбухтина, Л.В.Казанская, Г.В.Огородов, Г.Р.Пикунова, А.Т.Платонов, В.М.Сорокина, С.Сөнчәләй, В.С.Сыромятников, Э.П.Фенина, А.А.Черданцев һ.б. эшмәкәрлеге бәйләнгән. Музей бинаһы тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы, ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы (ҡара: Лаптев М.А. йорто) булып тора. 2013—14 йй. музейҙа реконструкция үткәрелә.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 Илл.: Нестеров М.В. ис. башҡорт дәүләт художество музейы: 1 – музей бинаһы; 2 – экспозиция залы; 3—

 

Яндекс.Метрика