АРТАУЫЛ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Аҡсәйет а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 26 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта 1‑се Беҙ й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 197 кеше; 1959 — 224; 1989 — 165; 2002 — 224; 2010 — 221 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Аҡсәйет урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1926 й. һуң Бөрө кантонында нигеҙ һалына.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке