МӨХӘМӘТШИН Урал Ғүмәр улы (28.2.1953, Өфө — 30.12.2016, шунда уҡ), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2006). Рәссамдар союзы ағзаһы (1982). ӨДСИ‑не тамамлаған (1980; педагогтары В.Я.Батищев, Р.М.Нурмөхәмәтов).

Башҡ. һынлы сәнғәт классиктары Ҡ.С.Дәүләткилдеев м‑н Ә.Ф.Лотфуллин традицияларын дауам иткән. М. эштәре тыуған яҡҡа, туған халҡына, уның тарихына һәм йолаларына һөйөү м‑н һуғарылған, милли характерҙарҙың үҙенсәлектәрен асыҡлай. Художество алымына һүрәттәренең ентеклелеге, эштәренең фәлс., поэтик идеяһын асырға мөмкинлек биргән деталдәргә айырым иғтибар хас. Жанрлы картиналар (“Ҡандрала сентябрь”, 1986; “Ғаилә. Һабантуй”, 1987), портреттар (“Башҡорт ҡыҙы”, 1980; «“Вулкан” колхозын ойоштороусы К.Вәлитов», 1985), пейзаж композициялары (“Бала саҡ хәтирәләренән”, 1989; “Ҡайтыу”, 2005), натюрморттар (“Йәй аллегорияһы” серияһынан, 1989—90) авторы. “Ҡ.С.Дәүләткилдеев портреты” (1981), “Мифтахетдин Аҡмулла” (1982), “Шағир һәм мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. Башҡортостан, 19 быуат” (2007) картиналарында башҡ. халҡының рухи көсө һәм матурлығы сағыла. 1979 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (2004, 2014). Эштәре БДХМ, Милли музей, Өфө художество галереяһы (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары) коллекцияларында, сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Художники Башкирии: каталог /сост. Н.П.Мальцева. М., 1987.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке