МӨҒТӘБАРОВ Ләбиб Фәтих улы (10.1.1928, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Яңауыл а., хәҙ. Яңауыл ҡ., — 26.3.2008, Өфө), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2001), БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1983). Рәссамдар союзы ағзаһы (1968). И.Е.Репин ис. Һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (Ленинград, 1963; педагогтары А.Л. Королёв, А.А. Мыльников) 2001 й. тиклем Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта. Уның тәүге эштәрендә “ҡырыҫ стиль” йоғонтоһо күҙәтелә: ауыл хеҙмәтсәндәре образдары һүрәтләнә (“Колхоз бригадиры”, 1971; “Ер һөрөүселәр”, 1976; “Кисен баҫыуҙа”, 1977), ш. уҡ ҡатын‑ҡыҙ образдары аша Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылдағы хеҙмәт темаһы асыла (“Ауыр йылдарҙа”, 1971). Халыҡ тормошон кәүҙәләндергән лирик характерҙағы тематик композициялар импрессионистик алым м‑н төшөрөлә (“Туған көйҙәр”, 1989; “Ҡурай моңдары”, 2003). 60—80‑се йй. мозаика, сграффито, фреска, маркетри техникаларында башҡарылған байтаҡ монументаль сәнғәт әҫәрҙәре авторы. “Артыш” ижади берекмәһе ағзаһы (1995). Уҡыусылары араһында Р.М. Абдуллин, В.Я.Батищев, Р.Ш.Заһиҙуллин, Д.Н.Ишемғолов, Х.С.Фазылов, В.М.Ханнанов. 1964 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1996, 2004, 2009), Нефтекама ҡ. (2001). Эштәре БДХМ, Милли музей, Эске эштәр министрлығы музейы коллекцияларында һаҡлана.

Әҙәб.: Мугтобаров Лябиб Фатихович. Живопись. Графика: каталог /авт.‑сост. В.М.Сорокина. Уфа, 2005. 

А.Г.Королевский

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке