МОСТАФИН Ғабдулла Сөләймән улы (5.4.1917, Аҡтүбә ҡ. — 17.9. 1994, Өфө), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1938). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1935; педагогтары Л.В.Лезенков, И.Н.Самарин). Реализм манераһында башлыса психологик портрет жанрында эшләй. Уның эштәрендә ауыл хеҙмәтсәндәре (“А.Стараева”, 1954; “Зоотехник Кәримов”, 1963; “М.Ғафури исемендәге колхоз тимерсеһе”, 1971), башҡ. интеллигенцияһы вәкилдәре (“Н.Нәжми”, 1953; “Я.Ҡолмой”, 1969; “Х.Әхмәтов”, 1976 һ.б.) образдары кәүҙәләндерелә; ҡатын-ҡыҙ образдарының үҙенсәлекле үҫеше күҙәтелә: романтик (“Аҡ шәл ябынған ҡатын”, 1939), лирик (“Элемтәсе ҡыҙ”, 1946), гротеск (“Пионер ҡыҙ”, 1956). Салауат Юлаевтың тәүге һынлы сәнғәт портреты (1953), “Ш.Ә. Хоҙайбирҙин В.И.Ленин янында” (1947), “М.Ғафури менән Ғ.Туҡайҙың Өфөлә осрашыуы” (1978), “В.И.Ленин һәм Н.К.Крупская Өфөлә” (1980) тематик картиналары, А.М.Матросовҡа арналған “Йәнде аямай” картинаһы (1971); “Элик Мостафин” графика эштәре (1948; тушь, ҡауырһын), рәссамдарҙың, ауыл кешеләренең портреттары серияһы авторы. 1936 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәһе 1973 й. Өфөлә үтә. Эштәре БДХМ, Милли музей, Егерме бишенсе Чапаев дивизияһының йорт- музейы коллекцияларында һаҡлана. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша (1955).

Әҙәб.: П и к у н о в а Г. Песня о Башкирии //Художник. 1969. №4. Г.Р.Пикунова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке