МОРОЗОВА Вера Георгиевна (13.9. 1903, Иркутск губ. Мысовая станцияһы ҡсб — 10.4.1991, Өфө), скульптор. Рәссамдар союзы ағзаһы (1944). 1938 й. алып Өфөлә эшләй: “Культизделия” артеле скульпторы, 1940—43 йй. “Швейгалантерея” артеле сигеүсеһе, 1944—60 йй. Башҡ‑н художество фонды рәссамы. Башҡортостанда скульптураның барлыҡҡа килеүе М. исеменә бәйле. Башҡ. сәнғәтендә бәләкәй пластикала тәүге күп фигуралы композицияларҙы [“Башҡорт бейеүе” (гипс, төҫлө буяуҙар)], станокта башҡарылған скульптурала Нестеров М.В. исемендәге художество музейындағы башҡ. скульптуралары коллекцияһына башланғыс һалған “Ленинград ҡыҙы” бюсын (икеһе лә — 1945), Ғ.М.Минһажев (1947), М.Ғафури портреттарын (1949; бөтәһе лә — ҡарайтылған гипс) ижад итә. А.П.Чехов (1935, Таганрог ҡ.), А.М.Матросов (1958, Өфө балалар хеҙмәт колонияһы, хәҙ. Юридик институт терр‑яһында), М.Ғафури (1958, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Еҙем‑Ҡаран а.) һәйкәл-бюстары, “Шахтёрҙар” композицияһы (1957, Күмертау ҡ.; Т.П.Нечаева м‑н берлектә) авторы, уларҙың күсермәләре Ҡарағанда, Коркино, Сибай ҡҡ. ҡуйылған. 1928 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Эштәре БДХМ, Ғафури М. мемориаль йорт-музейы, Таганрог художество музейы коллекцияларында һаҡлана.

Ф.М.Миңлеғолова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.