МИҢЛЕБАЕВ Ринат Йәғәфәр улы (24.1.1964, Өфө), график. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2006), ТР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2010). Рәссамдар__союзы ағзаһы (1995). БДПИ‑ны тамамлаған (1986). 1988 й. алып Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта. Уралдың тарихи образдары, боронғо Евразия мәҙәниәте м‑н ҡыҙыҡһына; төп график техникалары — офорт, литография. Күн, ағас, металл эшкәртеүҙең традицион технологиялары М. өсөн ҡулдан ҡойолған ҡағыҙҙа баҫыу һәм графиканың үҙенсәлекле алымдарын үҫтереү б‑са авторлыҡ техникаһын барлыҡҡа килтереүҙә сығанаҡ булып тора: “Аманат” (1991), “Дәшти Ҡыпсаҡ” (1993) триптихы, “Гипербореялар” (1994), “Арийҙар арауығы” (1996), “Атлантроптар” (2013), “Геоглифтар” (2010—15) сериялары. Эштәре метафоралар һәм символдарға бик бай [“Аллаһтар битлеге”, (1995), “Мифтың тыуыуы” (1999) сериялары]. Концептуаль әҫәрҙәр “Төрки бөркәнсеге” һәм “Этнографика” серияһы (бөтәһе лә — 2006) ассамбляж һәм инсталляция алымдарын ҡулланып башҡарылған. 1987 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре Өфө (1994, 1997, 2004, 2007, 2008, 2012, 2014), Мәскәү (1994), Ада (1996, АҠШ), Ҡазан (1996, 2010), Мегион, Түб. Варта (икеһе лә — 1998), Абакан, Новосибирск (икеһе лә — 2000), С.‑Петербург (2005), Екатеринбург (2010) ҡҡ. булған. Эштәре БДХМ, Хәҙ. сәнғәт музейы (Мәскәү), Новосибирск картиналар галереяһы, “Ҡазан” милли мәҙәниәт үҙәгенең Милли мәҙәниәт музейы (Ҡазан) һ.б. коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Бөтә донъя бәләкәй баҫма формалар графикаһы һәм экслибрис күргәҙмәһе (Пекин, 1998), Урал баҫма графика триенналеһы (Өфө, 1998, 2001, 2004), Халыҡ- ара хәҙ. заман графикаһы биенналеһы (Новосибирск, 1999, 2009), “Аҡ төндәр” биенналеһы (“Белые ночи”; С.‑Петербург, 2004) һ.б. лауреаты. Ш.Бабич ис. пр. лауреаты (1997).

Әҙәб.: Ринат Миннебаев. Фарсах. Графика: каталог. Уфа, 2006. 

И.Д.Әхмәтйәнова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.