МИҘАЛ ЭШЛӘҮ СӘНҒӘТЕ, тәңкәләр һәм миҙалдар эшләү. Б.э.т. 8—7 бб. Лидияла һәм Боронғо Грецияла тәңкәләр яһай башлағандан һуң барлыҡҡа килә; 14—15 бб. Италияла мөһим ваҡиғаға йәки шәхескә арналған рельефлы биҙәкле һәм яҙыулы түңәрәк металл рәүешендәге бүләк итеп һәм иҫтәлеккә бирелә торған билдә — миҙал барлыҡҡа килә. 20 б. М.э.с. скульптураның бер төрө булып китә, ул иконографик һәм композицион алымдарының тотороҡло булыуы, стандарт форма һәм аверстың (уң яғы) һәм реверстың (һул яғы) булыуы м‑н характерлана, һүрәттәр м‑н яҙмаларҙың ярашыуы, ш. уҡ символдар, эмблемалар, аллегориялар киң ҡулланыла. Миҙалдар һәм тәңкәләр, башлыса, төрлө металдарҙан ҡойоу техникаһында, авторҙың пластик массаһынан, ш. уҡ керамик материалдарҙан (терракота, фарфор, бисквит) эшләнә. 60‑сы йй. М.э.с. авторҙар натюрморт, пейзаж, тормош‑көнкүреш жанрҙарына мөрәжәғәт итеп, миҙалдарҙың стандарт формаларынан һәм күләмдәренән ситкә китәләр; тура мөйөшлө формалы миҙал киң таралыу ала. Башҡортостанда М.э.с. барлыҡҡа килеүе 70‑се йй. аҙ. ҡарай һәм Х.М.Хәбибрахманов (“Бала саҡ”), Н.А.Калинушкин (“Нестеров”; икеһе лә — алюмин, 1982), В.Г.Лобанов (“Һалдат шинелдәре” миҙалы, гипс, 1980) һәм В.П.Антипин (“Футбол” миҙалы, ағас, 1988) ижадтарына бәйле. Артабан М.э.с. Калинушкин ижадында үҫеш ала. Ул миҙалдарҙың классик формаларында традицион мемориаль тема сиктәрендә эшләй, миҙалдары рельефлы портреттан ғибәрәт (кешенең йөҙө йәки күкрәккә тиклем һыны, һирәкләп фигураһы), композицияға ш. уҡ исем яҙыла, ҡайһы берҙә пейзаж (“Андерсен”, 1980; “Данте”, 1992; икеһе лә — бронза) индерелә; ҡайһы берҙә композицион-пластика төҙөлөшөнөң классик принциптарын боҙоп, миҙалдың формаль һәм образды сағылдырыу мөмкинлектәрен киңәйтә (“Анна Ахматова”, алюмин, 1982; “Бах”, 1981; “Борис Домашников”, 1985; икеһе лә — бронза). М.э.с. 80‑се йй. аҙ. — 90‑сы йй. башында ижад иткән И.М.Вәлиев эштәрендә миҙалды рәсми ҡомартҡы һәм награда итеп эшләүҙән ҡотолоу процесы сағыла. Мемориаль теманан башҡа (Б.Ә.Шәфиев, Д.Юлтый, Ғ.Туҡай, Һ.Таҡташҡа арналған миҙалдар; “Бөтә власть Советтарға” серияһы; “Мәжит Ғафури” һәм “Сергей Аксаков” миҙалдары серияһы; бөтәһе лә — бронза), ул экология һәм цивилизация, ҙур ҡалала ябай кешеләрҙең яҙмышы, кеше тормошондағы матурлыҡ һәм гармония, боронғо архитектура һәм тәбиғәт ландшафтарының бөйөклөгө темаларына мөрәжәғәт итә. Уның эштәренә традицион булған яҙыулы йәлпәк фондан ситләшеү, ҡайһы берҙә тотош рельефлы һүрәт төшөрөлгән түңәрәк йәки квадрат форма хас (“Тауҙар”, “Ню”,__ лә — бронза). М.э.с. Ф.С.Нуриәхмәтов (“Пиросмани”, ҡурғаш; “Нариман Сабитов”; икеһе лә — 1986; “Жәлил Кейекбаев”, 1988; бөтәһе лә — аҡ ҡурғаш), М.Р.Хәлилов (“Степан Злобин”, 1984, бронза) һ.б. мөрәжәғәт итә. Р.А.Хәсәнов эшләгән “Врубель” (1997) һәм “Леонардо” (1998; икеһе лә — бронза) миҙалдарының аверсында рәссамдарҙың рельефлы классик портреттары һәм реверсында уларҙың эштәренең репродукциялары бирелгән. Башҡ. авторҙарының М.э.с. әҫәрҙәре “Тыуған ил буйлап” (“По родной стране”, 1981), “Илдең йәшлеге” (“Молодость страны”; 1982) бөтә союз, Бөтә Рәсәй бәләкәй формалар скульптураһы һәм Бөтә Союз скульптура (икеһе лә — 1983) күргәҙмәләрендә, “Совет Рәсәйе—VII” (“Советская Россия—VII”, 1985), “Советтар иле” (“Страна Советов”, 1987), РСФСР‑ҙың 16 автономиялы респ., өлкәләре һәм милли округтары (1989), “Рәсәй—IХ” (“Россия— IX”, 1999; бөтәһе лә — Мәскәү) күргәҙмәләрендә, “Миҙалдар призы” (“Приз медалей”; Париж) Халыҡ- ара конкурсында, Ғ.Туҡайҙың 100 йыллығына арналған Халыҡ‑ара күргәҙмә‑конкурсында (Ҡазан, икеһе лә — 1986), “Дантеско” Халыҡ‑ара биенналеһында (Верона ҡ., Италия; 1992, 1994), “Башҡортостан скульптураһы” (“Скульптура Башкортостана”) Респ. (1996), “Киңлек һәм форма” (“Пространство и форма”) Рәсәй (2006) күргәҙмәләрендә, Калинушкиндың (1978, 1993, 1998) һәм Вәлиевтең (1992; бөтәһе лә — Өфө) шәхси күргәҙмәләрендә күрһәтелә. М.э.с. өлгөләре БДХМ, “Дантеско” фонды галереяһы (Верона) коллекцияларында һаҡлана. Әҙәб.: Николай Калинушкин. Скульптура. Рисунок: каталог /авт.‑сост. С.В.Евсеева. Уфа, 1998. 

Ф.М.Миңнеғолова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке