АРТАМОНОВ Владимир Иванович [20.11.1906, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Требият ҡсб (Силәбе өлк. Ноғайбәк р‑ны) — 29.9.1944, Чита өлк. Хилок ҡсб янында, Чита ҡ. ерләнгән], лётчик, полковник (1943). Советтар Союзы Геройы (1939). 1939 й. Халхин-Гол й. буйында совет‑япон ҡораллы конфликтында, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. В.В.Куйбышев ис. Хәрби инженерҙар акад. эргәһендәге курстарҙы тамамлаған (Мәскәү, 1940). 1928 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. башлап авиация полкы ком., 1944 й. Ҡыҙыл Армия Хәрби‑һауа көстәре ген. инспекторының өлкән ярҙамсыһы. Герой исеменә 1‑се армия төркөмө 100‑сө юғары тиҙлекле бомбаға тотоу авиацияһы бригадаһы 38‑се юғары тиҙлекле бомбаға тотоу авиацияһы полкының эскадрилья ком. капитан А. 1939 й. июль—авг. Халхин-Гол й. буйында һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин (1939), Ҡыҙыл Байраҡ (1939, 1942), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943) орд. һәм сит ил орд. м‑н бүләкләнгән. Белорет ҡ., Белорет р‑ны Үрге Әүжән а. урамға А. исеме бирелгән; Үрге Әүжән урта мәктәбе бинаһына — мемориаль таҡтаташ, А. һәләк булған урында һәм Читала һәйкәл ҡуйылған.

Әҙәб.: Куликов В. Орлиный полёт //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке