МӘСӘЛИМОВ Тәлғәт Хәсән улы (27.1.1958, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Шатмантамаҡ а.), график. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2012), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2005), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). Рәссамдар союзы ағзаһы (1991). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) шунда уҡ эшләй (1993 й. алып художество графикаһы ф‑ты деканы). Эштәренең төп темаһы — тыуған яҡ тарихы, халыҡ хикәйәттәре, хәҙ. йәмғиәт проблемалары (“Туҡайға арнау” триптихы, 1986; “Халыҡ йырҙары мотивтары буйынса”, “Бала саҡ хәтирәләре”, “Тормоштан” сериялары, бөтәһе лә — 1989; “Аҡмулла”, 2004). М. график эштәренә йыйнаҡ композиция, форма м‑н штрих пластикаһының баҙыҡ булыуы хас (“Мәңге әйҙәүсе ер”, “Уйҙар”, икеһе лә — 1990; “Яратҡан сәскәләр”, 1996; “Ваҡыт”, 2006). Автор манераһы фекерен тамға, орнамент элементтарын файҙаланып, ассоциациялар аша сағылдырыуға ҡоролған. Эштәрендә донъя күренештәре этнографик реалиялар һәм мосолман эстетикаһы символдары аша һүрәтләнә (“Бүләк”, 2005; “Китап”, 2006). 1978 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1990, 1998, 2008, 2013, 2015), Ҡазан (1999), Яр Саллы (2000). Эштәре БДХМ‑да, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә музейҙарҙа, галереяларҙа, шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Ғ.Сәләм ис. пр. лауреаты (1991).

Х е ҙ м.: Художественная графика. Эстамп: метод. пособие. Уфа, 2003; Художественный войлок. Уфа, 2007 (авторҙ.). Олимпиада по изобразительному искусству в Республике Башкортостан. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Әҙәб.: Тәлғәт Мәсәлимов. Рисунок: альбом. Уфа, 2005; Талгат Масалимов. Тропинки детства: альбом. Уфа, 2005.

 

Э.П.Фенина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке