МӘЗИТОВ Әмир Миңлевәли улы (5.6.1968, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Үрге Һаҙ а.), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2010). Проф. (2014). Рәссамдар союзы ағзаһы (1996). 2‑се Өфө пед. уч‑щеһын (1988), ӨДСИ‑не (1995; педагогтары Ә.Ф.Лотфуллин, М.А.Назаров) тамамлаған. 1988— 90 йй. Учалы р‑ны Учалы а. балалар художество мәктәбе дир., 1995 й. алып 2‑се Өфө пед. колледжында, 2000 й. — ӨДСИ‑лә уҡыта, 2001 й. — рәсем сәнғәте каф. мөдире, 2014 й. — һынлы сәнғәт ф-ты деканы. Эштәрендә М. көслө шәхестәр, ш. иҫ. башҡ. эпосы, Библия, Ҡөрьән ге‑ ройҙары, образдарын кәүҙәләндерә; символдар һәм метафоралар ҡуллана, ҡатмарлы композиция ракурстары, пластик осло һыҙаттар, үтә ҙурайтылған формалар, экспрессив төҫтәр һәм фактура ярҙамында тәьҫораттың масштаблылығына ирешә [“Пәйғәмбәр” (1994—2007), “Тирмән ташы” (1995—97), “Ғибрәтле хикәйәттәр” (1995—2001) сериялары]. Фольклорға, тыуған яҡтың тарихына мөрәжәғәт итеп, рәссам башҡорттарҙың донъяға традицион ҡарашын актуалләштерә [“Урал батыр эпосы” (1998—2001), “Салауат тураһында” (1999—2005), “Шағир” (2000—07), “Оло ҡош юлы” (2001—08) сериялары], ғаиләнең юғары әхлаҡи ҡиммәттәрен раҫлай (“Ата-әсә йондоҙлоғо”, 1998), башҡ. мәҙәниәтендә нәҫелде хөрмәт итеү традицияларын кәүҙәләндерә (“Мин һәм минең ағайым”, 1997). “Артыш” ижади берекмәһен ойоштороусыларҙың береһе (1995). 1988 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1994, 1997, 1998, 2012). Эштәре БДХМ, “Мираҫ” галереяһы (Өфө), Ырымбур өлк. һынлы сәнғәт музейы, Магнитогорск, Яр Саллы ҡҡ. картиналар галереялары коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. “Сәнғәттә тарих” (“История в искусстве”; 1999), “Урал батыр” (“Урал-батыр”; 2000; икеһе лә — Өфө) респ. конкурстары, Ш.Бабич ис. йәштәр пр. (1997) лауреаты. 

Әҙәб.: Современное изобразительное искусство Республики Башкортостан. Живопись. Графика. Скульптура. Декоративно-прикладное искусство: кат. выст. /авт.‑сост. С.В. Игнатенко. Уфа, 2005. 

 

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке