МЕОС Владислав Эдуардович (6.5. 1940, Силәбе ҡ.), рәссам. БР‑ҙың халыҡ (2007) һәм атҡ. (1994) рәссамы. Рәссамдар союзы (1980), Журналистар союзы (1995) ағзаһы. В.Ф.Меостың улы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1966; педагогтары А.М.Кудрявцев, Л.В.Кузнецов). Урыҫ реалистик сәнғәте һәм башҡ. пейзажы мәктәбе традицияларын эҙмә‑эҙлекле үҫтерә. Әҫәрҙәренең төп темаһы — Башҡортостан тәбиғәте. Пейзаждарына (“Ямғыр яуып үтте”, 1974; “Беренсе ҡар”, 1985; “Август ямғырҙары”, 1991) образдарҙың лирик йүнәлешлелеге хас; уларҙа автор тыуған еренең мәңгелеген иҫбатлай. Өфөгә арналған (“Эш иртәһе”, 1974; “Ағиҙелдә ташҡын”, 1978; “Ҡариҙелдә. Апрель”, 1981 һ.б.), ер образын юғары, йәнле итеп һүрәтләгән эштәрендә (“Туҡландырыусы ер”, 1977; “Һөрөнтө ер”, 1986; “Август”, 1992 һ.б.), ш. уҡ ижади сәйәхәттәр ваҡытында төшөргән картиналарында (“Волгоградтағы 138‑се дивизия штабы”, 1980; “Фалилей тыҡрығы”, 1984; “Новгород. Төнгө Кремль”, “Яҙ башы”, икеһе лә — 1992) ваҡыт һәм ваҡиғаларҙың алмашыныуы т‑да уйланыуҙары, Тыуған ил тормошона һәм тарихына мөнәсәбәте сағылдырылған. Шулай уҡ станок графикаһында (акварель, ҡәләм, пастель һ.б.) эшләй. 1964 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: БР‑ҙа һәм РФ ҡалаларында 70‑тән ашыу. Эштәре БДХМ, Милли музей, Өфө художество галереяһы (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), Эске эштәр министрлығы музейы, Тубыл картиналар галереяһы коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Х е ҙ м.: Светлый снег памяти. Уфа, 2002.

Әҙәб.: Владислав Меос. Живопись. Графика: альбом‑кат. Уфа, 2005. 

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.