МЕЛЬНИКОВ Валерий Александрович (19.4.1956, Өфө), график. Пед. ф. канд. (2010). БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2006). Рәссамдар союзы (1994) һәм Дизайнерҙар союзы (2008) ағзаһы. Сыуаш пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1978) ӨДНТУ‑ла уҡыта. Уникаль (акварель, һүрәт) һәм баҫма (металда гравюра) графика техникаһында эшләй. Рәссамдың донъяны ассоциациялар аша ҡабул итеүе сюжетлы, фантастик һәм сюрреалистик композицияларында сағыла, уларҙа акад. пластик һүрәт — образ хәл ителешендә, үҙ‑ара яраҡлашҡан фигуратив һәм абстракт элементтар форма һәм киңлекте трактовкалауҙа мөһим роль уйнай (“Театр” серияһы, 1993; “Ваҡыт”, 1994—95; “Символдар”, 2001; “Тыуған йортҡа юл”, 2007 һ.б.). 1976 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1984, 1986, 1987, 2001, 2006, 2011), Когалым ҡ. (1997). Эштәре БДХМ, Өфө һынлы сәнғәт галереяһы (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), Халыҡ-ара графика ин‑ты (Иокогама ҡ., Япония), Заман пинакотекаһы (Мюнхен ҡ., Германия) картиналар галереяһы коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Юғары уҡыу йорттары өсөн 14‑тән ашыу уҡытыу-методик әсбап, 86 фәнни-методик мәҡәлә авторы.

Х е ҙ м.: Мыслить рисунком. Уфа, 2007.

Әҙәб.: Уральская триеннале станковой печатной графики: каталог /авт.‑сост. И.Н.Оськина. Уфа, 1995.

А.Г.Королевский

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке