МАЛЬКОВ Павел Васильевич (1901—1953), рәссам. Башҡортостан һынлы сәнғәтенең оло вәкилдәренең береһе. Һан яғынан күп булмаған, әммә үҙенсәлекле эштәре коллекцияһы Нестеров М.В. исемендәге художество музейында һаҡлана. Айырыуса билдәле эштәре: “Архиерейка башҡорттары” (1924; фанер, майлы буяу) — Өфөнөң Архиерейка биҫтәһендә йәшәгән кешеләрҙең тормош шарттарын һүрәтләгән төркөм портреты, тарихи дөрөҫлөгө һәм образдарҙың үҙенсәлекле булыуы м‑н айырылып тора; “Салғысылар” (1931; ҡағыҙ, тушь) тематик композицияһына йыйнаҡлыҡ һәм хәрәкәтсәнлек хас.

А.Г.Королевский

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.