МАДЖАР Сергей Владимирович (14.2.1958, Өфө), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2013). Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ уҡыта, 1983—88 йй. Башҡ‑н китап нәшриәте рәссамы, 1992—94 йй. “Светлячок” (“Баҙлауыҡ”) ж. художество мөхәррире, 2002 й. алып Өфө сәнғәт уч‑щеһында, 2007—10 йй. ӨДНТУ‑ла уҡыта. М. эштәренә акад. реалистик һүрәт хас, тейешле деталдәрҙе ентекләп һайлау маһирлығына эйә; уның тематик композицияларындағы образдары рухи яҡтан матур һәм романтик булыуҙары м‑н айырылып тора [Ш. Де Костерҙың “Уленшпигель тураһында риүәйәт...” (“Легенда об Уленшпигеле…”; 1978 й. алып), “Христос Эммаусҡа табан юлда” (“Христос на пути в Эммаус”; 1989) китаптарына нигеҙләнгән серия (бөтәһе лә — ҡатнаш техника)]. Ижадта, ш. иҫ. китап, уникаль, баҫма графикала (офорт, ҡатырғала гравюра, линогравюра) Яңырыу дәүеренең немец оҫтаһы А.Дюрерҙың һ.б. эшмәкәрлеге уның өсөн ориентир булып тора (“Дюрер иҫтәлегенә”; 1982, төҫлө линогравюра). “Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр һәм легендалар” (“Башкирское народное творчество. Предания и легенды”; 2 томда; 1987), И.А.Кры- ловтың “Мәҫәлдәр” (“Басни”; 1984), В.Гюгоның “Гаврош” (1988) һ.б. китаптарын биҙәй. Натюрморттар, портреттар, пейзаждар (“Алтын шарҙар”, 1994; “Муйыл менән натюрморт”, 2003) авторы. 1979 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1995, 1997, 2003, 2004, 2013). Эштәре БДХМ, Аксаков музейы, “Мираҫ” галереяһы (Нефтекама ҡ.; ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары) коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Уральская триеннале станковой печатной графики: каталог /авт.‑сост. И.Н.Оськина. Уфа, 1999; Л е о н и д о в а Т.Л. Однажды…: 25 сюжетов о художниках. М., 2003.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.