НЕОНАТОЛОГИЯ (лат. neonatus — яңы тыуған бала һәм ...логия), яңы тыуған балаларҙың физиол. һәм патология үҙенсәлектәрен, баланың торошона йөклөлөк һәм бала табыу барышының тәьҫирен өйрәнеүсе һәм беренсе 28 тәүлеген йәшәгән балаларҙы тәрбиәләп һауыҡтырыу, уларҙың ауырыуҙарын диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләүсе медицина бүлеге. 20 б. 80‑се йй. аҙ. педиатриянан үҙ аллы фән булараҡ айырылып сыға. Акушерлыҡ һәм гинекология м‑н тығыҙ бәйле. Башҡортостанда Н. үҫешенә Медицина университеты ғалимдары: педиатрҙар (О.К.Байков, С.Е.Беляев, М.А.Бычкова, Н.А.Володина, Н.А.Подкользина, Э.Н.Әхмәҙиева һ.б.) һәм балалар хирургтары (А.Ә.Ғүмәров, И.А.Мәмлиев, М.Ғ.Мәүлитова һ.б.) ҙур өлөш индерә. 1991 й. Ф.Х.Камилов инициативаһы м‑н БДМИ‑ла Н. кафедраһы асыла. Артабан Әхмәҙиева етәкс. кесарь операцияһы ярҙамында донъяға яңы тыуған балаларҙың клиник‑физиол. адаптацияһы барышы (О.А.Брюханова), ҡарын эсендә үҫеше тотҡарланып тыуған балаларҙың вегетатив‑висцераль боҙолоштары һәм уларҙы төҙәтеү ысулдары (В.Р.Әмирова) өйрәнелә, эре сәнәғәт ҡалаһында фето‑плацентар системаның иммунологик һәм гормональ күрһәткестәре тикшерелә (М.В. Мөхәмәҙиева), етлекмәй тыуған балаларҙа ретинопатияларҙы (Э.И.Сәйҙәшева) һәм перинаталь нефропатияларҙы (Л.Д.Панова) иртә диагностикалау һәм иҫкәртеү ысулдары камиллаштырыла. “Әсә—һуңғылыҡ—яңы тыуған бала” системаһының биомөхитендә макро‑ һәм микроэлементтар миҡдары (Г.Г.Горбатко, Э.М.Хәмиҙуллина‑Ғимаҙиева), әсәнең бала табырға әҙерләнеүенең һәм бала табыу ысулының бала һаулығына йоғонтоһо (М.В.Воинова, Ю.Д.Йәнекәева), Өфөлә яңы тыуған балаларҙың генетик мониторингы системаһында тыумыштан үҫеш кәмселеге таралышы (Т.Р.Вдовина) өйрәнелә. 2000 й. алып ҡарын эсендә үк инфекция хәүефе булған яңы тыуған балаларҙа липидтарҙың перекислы окисланыу процестары, антиоксидант һаҡланыу күрһәткестәре һәм гликозаминогликандар миҡдары (А.В. Акульшина, А.Г.Крюкова), “әсә—яралғы—яңы тыуған бала” системаһында кандидоз инфекцияһы булғанда клиник-микробиол. һәм иммунологик үҙ‑ара бәйләнештәр (Әмирова), тын алыу ағзаларының инфекция‑шешеү ауырыуҙары м‑н яңы тыуған балаларҙа урындағы иммунитет (М.И. Знобищева), балалар инвалидлығын формалаштырыуҙа үҙәк нервы системаһының перинаталь зарарланыу роле (Н.М.Миронова), неонаталь реанимация үткәргән (Ә.Й.Вәлиуллина), ҡыҙыл үңәс атрезияһы м‑н тыуған (Ф.М.Латипова), тән ауырлығы түбән һәм экстремаль түбән булып тыуған (Н.Н.Крывкина) балаларҙың һаулығы өйрәнелә. БДМУ‑ла ш. уҡ ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзаларының тыумыштан килгән үҫеш кәмселектәре м‑н яңы тыуған балаларҙың иммуногенетик үҙенсәлектәре тикшерелә (Л.Р.Кәлмәтова), яңы тыуған һәм иртә йәштәге балаларҙа үҙәк нервы системаһының перинаталь зарарланыуын диагностикалау һәм күҙаллауҙың нейроиммунологик критерийҙары эшләнә (А.А.Грешилов), умыртҡалыҡтың муйын өлөшөнөң наталь травмалары һәм уларҙың эҙемтәләре (Т.В.Полторацкая) һ.б. өйрәнелә. БР‑ҙа яңы тыуған балаларҙы мед. м‑н тәьмин итеүҙең өс кимәле индерелә, яңы тыуған балалар өсөн реанимация‑консультация үҙәктәре, реанимация, етлекмәй тыуғандарҙы тәрбиәләп һауыҡтырыу, яңы тыуған балалар хирургияһы бүлектәре ойошторола (шулай уҡ ҡара: Медицина үҙәктәре, Республика балалар клиник дауаханаһы). 

Э.Н.Әхмәҙиева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика