МИЛӘШ (Sorbus), м ы ш а р, роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 84 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ябай М. һәм себер М. үҫә. 200—300 йылға тиклем йәшәгән япраҡ ҡойоусы ағастар йәки ҡыуаҡ. Сатыры йәйенке, үренделәре төклө. Олононоң бейеклеге 15—20 м, диам. 20 см тиклем, ҡабығы шыма йәки ярылған, һоро йәки ҡыҙғылт төҫтә. Япраҡтары ҡауырһын һымаҡ, ҡатмарлы, 10—15 япраҡсалы, сиратлы. Төптәге япраҡсалары шыма ситле, өҫтәгеләре бысҡы һымаҡ тешле йәки киртләсле. Сәскәләре ваҡ, аҡ төҫтә, ҡалҡан рәүешле сәскәлектәргә йыйылған. Май—июндә сәскә ата. Емеше — ваҡ алма, сент. өлгөрә. Урман ситтәрендә, киң япраҡлы һәм ылыҫлы урмандар ҡараңғылығында үҫә; ябай М. — респ. бөтә терр‑яһында, себер М. Ирәмәл тауында, Машаҡ һыртында осрай. Баллы, мал аҙығы, ашарға яраҡлы, декоратив үҫемлектәр, парк һәм баҡсаларҙа үҫтерелә. Мебель етештереүҙә һәм муз. инструменттар эшләү өсөн ҡулланыла. Составында С, Р витаминдары, флавоноидтар һ.б. булған емештәре медицинала ҡулланыла.

Р.Х.Ғиниәтуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.