“АРСКИЙ ТАШЫ”, ял базаһы. “Баштур” ЯАЙ составына инә. Белорет р‑нында, Белорет т. юл ст. көньяҡ-көнбайышҡа табан 11 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. 1932 й. “А.т.” ял йорто булараҡ асыла, 1972 й. алып бөтә Рәсәй әһәмиәтендәге турбаза, 2002 й. хәҙ. статусын ала. 2 корпусы һәм йәйге коттедждары (240 урын), спорт залы, туристик ҡорамалдар һәм саңғы прокаты пункты, күңел асыу комплексы, медпункты, ашханаһы, мунсаһы бар (2010). Белорет р‑ны Новобельский (40 урын) һәм Шығай (40 урын, тау саңғыһы трассаһы бар) аа. туристик приюттары йыл әйләнәһенә эшләй. Велосипед, һыу, йәйәүле һәм саңғы походтары (ҡара: Туристик маршруттар), Белорет ҡ. экскурсиялар ойошторола. 1975 й. илдә тәүге тапҡыр “А.т.” базаһында ҡышын ат м‑н санала йөрөү һәм йәйге һыбайлы маршруттар асыла, улар б‑са күп көнлөк походтар ойошторола. 1985—91 йй. ҡаргиҙәрҙәрҙә походтар үткәрелә.

Тәрж. Р.Й.Мәхийәнова

Текст на русском языке