МОСТАЕВ Ирек Зәки улы (20.6. 1956, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. дры (2006). ӨАИны тамамлағандан һуң (1978) 1991 й. тиклем һәм 2003 й. алып шунда уҡ эшләй (2007 й. башлап инновациялар мн идара итеү каф. мөдире). 1991 й. ғин. башлап “Банк хәбәрҙәре” бәләкәй пртиеһының автоматлаштырыу төркөмө етәксеһе, апреленән “Спектр” ЯСЙ бүлеге етәксеһе; 1996 й. — дир., 2000 й. алып «“Ферми” баһалау үҙәге» ЯСЙ дир. урынбаҫары (бөтәһе ләӨфө). Фәнни тикшеренеүҙәре инновациялар һәм инвестиция эшмәкәрлеге мн идара итеү мәсьәләләренә; иҡтисадтың матем. һәм инструменталь ысулдарына арналған. 60тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Экономико-математические основы управления конкурентоспособностью регионов. М., 2007 (авторҙ.); Инновационные модели финансового менеджмента предприятия. Уфа, 2009 (авторҙ.); Экономические модели инноватики. Уфа, 2013. 

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.