ӨСЪЯПРАҠ (Menyanthes), өсъяпраҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Заттың берҙән-бер төрө — Ө. Төньяҡ ярымшарҙың субарктик, уртаса, субтропик бүлкәттәрендә таралған. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы (тамырһабаҡ булып үҙгәргән) йыуан, оҙон, быуынлы, йәйелеүсән, өҫкө өлөшөндә 15—30 см күтәрелеүсән. Япрағы ябай, ҡарағусҡыл йәшел төҫтәге, оҙонса-кире йомортҡа формаһындағы өс өлөшлө, оҙон һаплы, тамыр янында урынлашҡан. Сәскәһе тоноҡ ал, дөрөҫ төҙөлөшлө, буранка рәүешле, ҡуйы, емеш биреү фазаһында оҙонайыусан тәлгәшкә йыйылған. Май аҙ.— июнь башында сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—авг. өлгөрә. Башҡортостанда Башҡортостан u1108  '28Көньяҡ) Уралының көнбайыш ипкенендә, һаҙланған урмандарҙа, Ағиҙел, Эҫем йй. ярҙары буйлап, респ. төньяҡ-көнсығышындағы һаҙлыҡтарҙа осрай. Баллы һәм дарыу үҫемлеге. Йылға ҡондоҙо, көшөл, ондатра өсөн аҙыҡ булып тора; орлоҡтарын өйрәк, һуйыр ашай.

Е.В.Кучеров

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018