ӨС СӘНСКӘКЛЕ ИСТМОХЛОРОН (Isthmochloron trispinatum), бер күҙәнәкле һары-йәшел ылымыҡтар төрө. Күҙәнәктәре яҫы, яңғыҙ, оҙонлоғо 9,5—13, сәнскәктәре м‑н 15—18 мкм. Киң яғында осонда овал һымаҡ йомроланған 3—7 ҡыҫҡа сәнскәкле көрәктәре бар. Тышсаһы ҡалын. Хлоропластары 4—6, ситтәре йомроланған. Цитоплазмаһында алтынһыу тамсылар рәүешендә бер йәки бер нисә май бөрсөгө бар. Ауыр металдар, нефть һәм нефть продукттары м‑н бысранмаған дымлы тупраҡта, ш. уҡ күлдәрҙә, һаҙланған һыу ятҡылыҡтарында осрай. БР‑ҙа урман-дала зонаһында табылған. Һирәк төр.

Р.Р.Кәбиров

Тәрж. Г.А.Миһранова

 Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.