ӨРКӘ, ө р к ү л ә н (Anthoxanthum), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ябай Ө. үҫә. Кәүшәк кәҫтәр барлыҡҡа килтерә торған 30—50 см бейеклектәге күп йыллыҡ үлән. Япрағы тар, яҫы. Башағы өс сәскәле, өҫкө сәскәһе ике енесле, аҫҡы 2‑һе тәңкәгә әүерелгән. Сәскәлеге — ҡуйы башаҡ һымаҡ һепертке, май—авг. сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июнь—сент. өлгөрә. Башлыса аҡланда һәм һыубаҫар болонда үҫә; Башҡортостандың Урал алдының таулы-урманлы зонаһында һәм төньяҡ өлөшөндә таралған. Декоратив үҫемлек, мал аҙығы үҫемлеге; составында кумариндар бар, аҙыҡ-түлек һәм парфюмерия сәнәғәтендә ҡулланыла.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018