ӨКӨ (Bubo bubo), ябалаҡ һымаҡтар отрядының ысын өкөләр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла, Төньяҡ Африкала таралған. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 62—72 см, ауырлығы 2,0—3,3 кг (инә ҡоштар эрерәк), ҡанатының ҡоласы 150—180 см. Арҡаһы ерәнһыу, һарғылт, ҡайһы берҙә аҡһыл төҫтә, ҡара көрән буй һәм арҡыры һүрәтле, кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө ерәнһыу, ҡыҙғылт‑ерән йәки аҡһыл төҫтә, боғағы, түше — ҡара буй таптар, ҡорһағы, ян‑яҡтары, ҡойроҡ аҫты көрәнһыу нәҙек йәки арҡыры буйҙар м‑н; тамағы аҡ төҫтә. Башында ҡалҡып торған ҡауырһындарҙан ҡолаҡтары бар. Күҙҙәренең төҫлө ҡатламы ҡыҙғылт һары. Суҡышы ҡеүәтле, ырғаҡлы, төбөндә бөгөлөп тора. Ҡанаты оҙон һәм киң. Аяғы көслө, тулыһынса ҡауырһынланған; тырнаҡтары ҙур, ҡара төҫтә. Моногам. Ояһын ерҙә, ҡаялар араһында, ҡайһы берҙә ағас баштарында ҡора йәки башҡа эре ҡоштарҙың иҫке ояларын биләй. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, ояға 2—6 аҡ эре бөртөклө ҡабыҡлы йомортҡа һала. Инә ҡош 32—35 көн буйы баҫып ултыра. Эңер һәм төнгө йәшәү рәүеше алып бара. Ваҡ имеҙеүселәр (ирләндәр, йомрандар, ҡуяндар, ҡыр сысҡандары һ.б.), ҡоштар (ағуналар, бүҙәнәләр һ.б.), бөжәктәр м‑н туҡлана. Урмандарҙа, далала, тауҙарҙа, тигеҙлектәрҙә осрай. БР‑ҙа Бөрйән, Иглин, Йылайыр, Күгәрсен, Мәләүез, Өфө р‑ндарында билдәләнгән. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.