ӨЙӘҘ, 1) 13 б. — 1708 йй. Рәсәйҙә төп адм.‑терр. берәмек. Ө. аныҡ сиктәре булмаған: Ө. тип эргәһендәге терр‑яһы м‑н ҡала аталған. Улустарға, илдең көнбайышында — засадаларға, губаларға, пятиналарға, сиректәргә, өстән бер өлөшкә; көнсығышта даруғаларға һ.б. бүленгән. 17 б. аҙ. 215‑ләп Ө. иҫәпләнә. 16 б. аҙ. тиклем Ө. м‑н кенәз наместнигы, һуңынан воевода идара итә. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалынып, Башҡортостандың төп терр‑яһы Өфө кремленә, 17 б. ҡайһы бер өлөштәре Верхотур, Төмән һәм Чердын өйәҙҙәре составына инә. 2) 1708 й. — 20 б. башында Рәсәйҙә адм.‑терр. берәмек. 1708 й. алып губерналар, наместниклыҡтар һ.б. составына инә. Улустарға һәм стандарға бүленә. Ө. үҙәге булып өйәҙ ҡалаһы иҫәпләнә, унда өйәҙ учреждениелары урынлаша. Идара итеү түб. земство судтары (18 б. аҙ. алып), урындағы үҙидара дворяндар йыйылыштары, земство йыйылыштары, земство башҡармалары (ҡара: Земстволар) һ.б. тарафынан тормошҡа ашырыла. 18 б. 80‑се йй. Башҡортостан терр‑яһында Алабуға өйәҙе, Боғорослан өйәҙе, Бөгөлмә өйәҙе, Бөрө өйәҙе, Быҙаулыҡ өйәҙе, Бәләбәй өйәҙе, Верхнеурал өйәҙе, Екатеринбург өйәҙе, Красноуфимск өйәҙе, Минзәлә өйәҙе, Пермь өйәҙе, Сарапул өйәҙе, Сергиевск өйәҙе, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Троицк өйәҙе, Уҫы өйәҙе, Ырымбур өйәҙе, Өфө Ө., Шадринск өйәҙе, Силәбе өйәҙе, Вольск, Хвалынск һәм Хотинск Ө. (һуңғы 3‑һө Һарытау губернаһы составында), 1865 й. – Златоуст өйәҙе һәм Орск өйәҙе ойошторола. 1919—22 йй. БАССР (ҡара: Бәләкәй Башҡортостан, Оло Башҡортостан) составына ингән Ө. терр‑ялары кантондарға үҙгәртелә. 1929 й. Ө. бөтөрөлә.

Әҙәб.: В о д а р с к и й Я.Е. Население России в конце XVII — начале XVIII века (Численность, сословно-классовый состав, размещение). М., 1977.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018