АРСКИЙ ТАШЫ, Белорет р‑нындағы ауыл, Сосновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 24 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 6 кеше; 1959 — 223; 1989 — 275; 2002 — 175; 2010 — 95 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

1920 й. һуң Тамъян-Ҡатай кантонында утар булараҡ нигеҙ һалына. 1925 й. 4 йорт иҫәпкә алынған. 1939 й. Ҡыҙыл Таш, 50‑се йй. алып “Арский ташы” ял йорто ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 2005 й. башлап хәҙ. статусын ала, 2007 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Ауыл эргәһендәге Арский ташы — тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Тәрж. Р.Й.Мәхийәнова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.