ОТОРИНОЛАРИНГОЛОГИЯ [гр. uјs (otoјs) — ҡолаҡ, rhis (rhinoјs) — танау, laјrynx (laјryngоs) — тамаҡ һәм ...логия], медицинаның ЛОР ағзалары — ҡолаҡ, тамаҡ (йотҡолоҡ, үңәс, боғарлаҡ), танау һәм улар эргәһендәге ағза‑туҡымалар ауырыуҙары этиологияһын, патогенезын, клиник сағылышын диагностикалау, дауалау һәм алдан иҫкәртеү ысулдарын өйрәнеүсе өлкәһе. О. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Башҡортостанда 1936 й. БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) башлана: Н.Н.Лозанов һәм С.В.Михайловский етәкс. ЛОР ағзалары патологияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә, ҡолаҡтың физиологияһы һәм патологияһы, ш. иҫ. вестибуляр анализатор функциялары, өйрәнелә; ҡолаҡ һәм танау йәрәхәттәре булғанда пластик операциялар, үңәс стенозын дауалау һ.б. ысулдар эшләнә. 40‑сы йй. уртаһынан алып В.А.Смирнова етәкс. ЛОР ағзалары хәрби травмалар алғанда, ш. иҫ. контузиянан эске ҡолаҡ йәрәхәтләнгәндә, ашығыс мед. ярҙамы күрһәтеү, хроник формала урта ҡолаҡ эренләп шешкәндә диагностика һәм дауалау ысулдары эшләнә (В.А.Кудрявицкий, З.Н.Мельникова). 60‑сы йй. уртаһынан алып Ә.И.Бикбаева етәкс. киҫкен ангиналарҙы дауалау ысулдары эшләнә, озенаның этиологияһы һәм үҫеш механизмдары, тикшереүҙең электрофизиологик ысулдарын файҙаланып, ЛОР ағзалары ауырыуҙарының патогенезы (В.М.Шулепов), хроник тонзиллитты булдырыуҙа аденовирустарҙың роле (Н.Ғ.Ғәббәсова), аңҡау миндалиналары иннервацияһы һәм уның йөрәк рефлексы м‑н үҙ‑ара бәйләнеше (Н.Н.Корниенко), ҡолаҡ, тамаҡ һәм танауҙың һөнәри ауырыуҙары (М.Ф.Ғәзизов, Р.А.Колесникова, Е.З.Лиснянский) өйрәнелә, тонзиллоген интоксикацияны һәм ревматизмды дифференциаль диагностикалау ысулдары (А.А.Цыглин), риносинуситтарҙы (В.М.Соколов, О.И. Стригина), отосклерозды (А.Я.Наседкин) дауалау алымдары эшләнә. 1966–91 йй. респ. балалар оториноларингологияһы, махсус сурдологопедия, фониатрия, отоневрология, ЛОР‑онкология хеҙмәттәре ойошторола. 70—80‑се йй. урта ҡолаҡтың шешеүе һәм унан һуң өҙлөгөүҙәрҙең этиологияһы һәм патогенезы, отоген интракраниаль өҙлөгөүҙәрҙе диагностикалау һәм дауалау мәсьәләләре (Н.А.Арефьева, Н.Т.Ғабдуллин, Шулепов, Цыглин, С.В.Чуйкин), ринит һәм риносинуситтың рецидив ағышлы төрлө формаларының патогенезы, иммун статусы, клиникаһы һәм дауалау ысулдары тикшерелә (Арефьева). 90‑сы йй. башында Арефьева етәкс. эренле хроник урта риносинуситтың иммунологик күрһәткестәре өйрәнелә һәм дауалау ысулдары эшләнә (Л.Ф.Аҙнабаева), паратонзиллиттың патогенетик терапияһы (В.Ә.Хафизова), танау (Т.М.Янбарисов), экссудатив урта отит булғанда танау һәм ҡолаҡ (О.В.Стратиева) микрохирургияһы һәм реконструктив хирургияһы, микроларингохирургия (Ғабдуллин) өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә. 21 б. ҡолаҡ, тамаҡ һәм танауҙың иммун боҙолоштары өйрәнелә һәм уларҙы коррекциялау ысулдары эшләнә (Аҙнабаева), рецидив ваҡытында фронтиттарҙы, танау яны ҡыуышлығы ауырыуҙарын (Янбарисов) хирургик дауалау, фронтиттарҙы, обструктив риниттарҙы диагностикалау һәм дауалау, баш һөйәге эсендәге өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү һәм дауалау (Р.Ш. Әбдрәшитов), урта ҡолаҡҡа операциянан һуң ишетеүҙе электроакустик коррекциялау (Е.Е.Савельева) һ.б. ысулдар камиллаштырыла.

Әҙәб.: Клинические лекции по оториноларингологии /Н.А.Арефьева [и др.]. Уфа, 2007.

Н.А.Арефьева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика