ОҪТА ҠОРТ (Xylocopa valga), яры ҡанатлылар отрядының ысын бал ҡорттары ғаиләһенәҡараған бөжәк. Башлыса Көнбайыш һәм Үҙәк Евразияла, Африканың төньяғында таралған. Кәүҙәһе 2,0—2,8 см оҙонлоҡта (ата ҡорттар вағыраҡ), ҡара төҫтә, күкһелмиләүшә ялтырауыҡлы, оҙон һирәк төктәр мн ҡапланған. Мыйығы өҫ яҡтан ҡара төҫтә, аҫтан — ерәнһыу. Ҡорһағы йомро. Ҡанаттары ялтыр, күкһелмиләүшә төҫтә, алғы ситтәре асыҡ төҫтә. Ояһын ҡоро үҙағаста, иҫке ағас ҡаралтыларҙа һ.б. ҡороп, уның күҙәнәктәренә тат, һеркәһәм йомортҡа һала. Ҡарышлауыҡтары ҡурсаҡ көбөндәҡурсаҡлана. БР шарттарында йылына 1 быуын үҫә. Ҡарышлауыҡтары һәм йәш ҡорттар ҡышлай. Йәш ҡорттар яҙ көнө килеп сыға. Көндөҙәүҙем. Ҡуҙаҡлылар, ирен сәскәһымаҡтар, роза һымаҡтарҙыңтаты һәм һеркәһе мн туҡлана. Далала, урманлы далала, урман аҡландарында, урман ситтәре буйлап, торлаҡ янында тереклек итә. Башҡортостандың Урал алдында (Баҡалы, Ғафури, Өфө, Саҡмағош, Әлшәй рндары) осрай. Үҫемлектәрҙе һеркәләндереүсе. Үҙағаста О.ҡ. бер нисә ояһы булғанда уның структураһы боҙола. БРҙыңһәм РФтыңҠыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

ОҪТА ҠОРТ (Xylocopa valga), яры ҡанатлылар отрядының ысын бал ҡорттары ғаиләһенәҡараған бөжәк. Башлыса Көнбайыш һәм Үҙәк Евразияла, Африканың төньяғында таралған. Кәүҙәһе 2,0—2,8 см оҙонлоҡта (ата ҡорттар вағыраҡ), ҡара төҫтә, күкһелмиләүшә ялтырауыҡлы, оҙон һирәк төктәр мн ҡапланған. Мыйығы өҫ яҡтан ҡара төҫтә, аҫтан — ерәнһыу. Ҡорһағы йомро. Ҡанаттары ялтыр, күкһелмиләүшә төҫтә, алғы ситтәре асыҡ төҫтә. Ояһын ҡоро үҙағаста, иҫке ағас ҡаралтыларҙа һ.б. ҡороп, уның күҙәнәктәренә тат, һеркәһәм йомортҡа һала. Ҡарышлауыҡтары ҡурсаҡ көбөндәҡурсаҡлана. БР шарттарында йы лына 1 быуын үҫә. Ҡарышлауыҡтары һәм йәш ҡорттар ҡышлай. Йәш ҡорттар яҙ көнө килеп сыға. Көндөҙәүҙем. Ҡуҙаҡлылар, ирен сәскәһымаҡтар, роза һымаҡтарҙыңтаты һәм һеркәһе мн туҡлана. Далала, урманлы далала, урман аҡландарында, урман ситтәре буйлап, торлаҡ янында тереклек итә. Башҡортостандың Урал алдында (Баҡалы, Ғафури, Өфө, Саҡмағош, Әлшәй рндары) осрай. Үҫемлектәрҙе һеркәләндереүсе. Үҙағаста О.ҡ. бер нисә ояһы булғанда уның структураһы боҙола. БРҙыңһәм РФтыңҠыҙыл китабына индерелгән. М.Ғ.Миһранов Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика