ОРНИТОЛОГИЯ [гр. oјrnis (oјrnithos) — ҡош һәм ...логия], зоологияның ҡоштарҙы өйрәнеүсе бүлеге. Уларҙың анатомияһын, биологияһын, систематикаһын, физиологияһын, экологияһын һәм геогр. таралышын өйрәнә. Башҡортостан терр‑яһында ҡоштарҙы өйрәнеү Ырымбур экспедицияһында (1734—44) (И.К.Кирилов, В.Н.Татищев, П.И.Рычков һ.б.) һәм Академик экспедицияларҙа (И.И.Лепёхин, П.С.Паллас һ.б.) ҡатнашыусылар тарафынан башланған. 19 б. Башҡортостандың көньяҡ өлөшөндә һунар төрҙәре торошон С.Т.Аксаков, Н.Самойлович, орнитофаунаның күп төрлөлөгөн А.П.Богданов, Н.А.Зарудный, Э.А.Эверсманн өйрәнгән. 19 б. аҙ. П.П.Сушкин Өфө губернаһында тереклек итеүсе ҡоштарҙың 240‑тан ашыу төрөн тасуирлай, 20 б. башында уларҙың биологияһын А.Н. Карамзин, А.А.Райский, А.П.Толстой, составын һәм һаны үҙгәреүен Г.Г.Штехер һ.б. өйрәнә. 30‑сы йй. ҡоштарҙың экологияһын А.А.Герке, С.А.Северцов, С.И.Снигиревский (Башҡорт ҡурсаулығы терр‑яһында), С.С.Птушенко (Инйәр й. басс.) өйрәнә, 30—40‑сы йй. — С.В.Кириков, 50‑се йй. Е.М.Воронцов (Горький ҡ.), Н.Д.Григорьев, В.А.Попов (икеһе лә — Ҡазан), В.Д.Ильичёв, С.Г.Приклонский (икеһе лә — Мәскәү) тикшереүҙәр үткәрә. 60‑сы йй. Башҡорт дәүләт университетында — һыуҙа йөҙөүсе ҡоштар экологияһын (Ә.Ф.Мәмәтов), Башҡ. ҡурсаулығында ҡор һымаҡтарҙың популяцияһын (М.М.Творогова, К.А.Филонов) өйрәнеү башлана. 70‑се йй. алып БДУ‑ла һыуҙа йөҙөүсе ҡоштарҙың биологияһы, экологияһы, продуктлылығы өйрәнелә һәм уларҙы һаҡлау б‑са тәҡдимдәр эшләнә, таралышы аныҡлана һәм орнитофаунаның төрлө төркөмдәренең экологик үҙенсәлектәре асыҡлана (В.А.Валуев, Мәмәтов һ.б.), Педагогия университетында ҡоштарҙың биологияһына һәм үҙ‑үҙен тотошона антропоген факторҙарҙың тәьҫире өйрәнелә (С.А.Нехорошков, Г.В.Ямалова). А.В.Бурзянцев, Е.В.Карев, В.Е.Фомин һ.б. ҡоштарҙың популяциялары торошон тикшерә, уларҙы төрлө экосистемаларҙа, ш. иҫ. махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләрендә, хисаплау һәм һаҡлау ысулдарын эшләй.

Әҙәб.: И л ь и ч ё в В.Д., Ф о м и н В.Е. Орнитофауна и изменение среды (на примере Южно‑Уральского региона). М., 1988; М а м а т о в А.Ф. Водоплавающие и околоводные птицы Башкортостана. Уфа, 2005.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика