АРСКИЙ ТАШЫ, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). “Арский ташы” ял базаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Майҙаны яҡынса 0,8 га. Төбәк терр‑яһында бейеклеге яҡынса 30 м еткән текә ҡая (Арский ташы) бар, ул аҫҡы девондың аҡһыл һоро эзбизташтарынан ғибәрәт. Ландшафтары ҡарағай һәм ҡарағаслы асыҡ ылыҫлы урмандарҙан тора; реликттар һәм дарыу үҫемлектәре осрай: ҡырҡйепсә туманаҡ, Маршалл суҡмарбашы, яҙғы умырзая һ.б. Арский ташы ҡаяһы исеменән аталған. Риүәйәт б‑са, бында Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) ваҡытында баш күтәреүселәр Белорет заводы идарасыһы Арскийҙы үлтергән.

А.Ф.Ниғмәтуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.