ООМИЦЕТТАР (Oomycetes), бәшмәктәр класы. 4 тәртибе, 550 төрө билдәле, киң таралған. Башҡортостанда 4 тәртибе, 100‑ҙән ашыу төрө бар. Мицелийы яҡшы үҫешкән, бер күҙәнәкле, күп ядролы. Күҙәнәк көбө күпселек бәшмәктәрҙән айырмалы хитиндан түгел, целлюлоза һәм глюкандан тора. Енесһеҙ үрсеү ҡауырһын һәм ҡамсы рәүешле ептәре булған зооспоралар, енси — оогамия ярҙамында тормошҡа ашырыла. Оогонийында бер йәки бер нисә йомортҡа күҙәнәге бар, антеридий айырымланған гаметалар барлыҡҡа килтермәй һәм аталанғанда уның күп ядролы эстәлеге аталандырыусы үҫентеләр буйлап оогонийға үтеп инә. Аталанған йомортҡа күҙәнәктәре тынлыҡ хәлендәге ооспораларға әүерелә (диплоидлы стадия), улар яҙ көнө, зооспорангиялар барлыҡҡа килтереп, үҫеп сыға. Пероноспоралылар тәртибенә ҡараған юғары О. зооспорангиялары спорангия йөрөтөүселәрҙән тулыһынса айырыла һәм үҙенсәлекле конидияларға әүерелә. О. араһында һыу сапрофит‑бәшмәктәре бар, улар үҫемлек ҡалдыҡтарында (лептомитлылар, пероноспоралылар һ.б.), бөжәктәрҙең һ.б. ваҡ хайуандарҙың мәйеттәрендә (сапролегний һымаҡтар) үҫешә. Күпселек О. ылымыҡтарҙа һәм селәүсендәрҙә, ҡайһы бер сапролегний һымаҡтар — балыҡтарҙың һәм ер‑һыу хайуандарының ыуылдырыҡтарында, көсһөҙләнгән селбәрәләрҙә; пероноспоралылар — үҫемлектәрҙә паразит булып йәшәй. Иң зарарлы О. булып картуф фитофторозын (Phytophthora infestans), шәкәр сөгөлдөрө, кишер һәм башҡа а.х. культураларының ҡара һабағын (Pythium debaryanum), виноградтың ялған онло ысығын, йәки мильдьюһын (Plasmopara viticola), тыуҙырыусылар тора.

М.Ю.Шәрипова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика