ОНКОЛОГИЯ (гр. oјnkos — масса, күләм, күбеү һәм ...логия), шештәрҙең барлыҡҡа килеү сәбәптәрен, үҫеү механизмдарын, клиник сағылышын өйрәнеүсе һәм уларҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләүсе медицина һәм биология өлкәһе. Башҡортостанда О. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 40‑сы йй. уртаһынан БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) Онкология диспансеры базаһында үткәрелә башлай: И.‑Ғ.Ғ.Ҡадиров етәкс. патогенез мәсьәләләре өйрәнелә, яман шештәрҙе диагностикалау һәм дауалау алымдары камиллаштырыла (Е.А. Волжский, Ә.С.Дәүләтов, Н.А.Логинов, А.К.Фёдоров, А.К.Шипов), уларҙы иҫкәртеү ысулдары һәм халыҡҡа мед. ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу формалары эшләнә (Волжский, Ҡадиров, С.З.Лоҡманов). 60—80‑се йй. рак булғанда туҡыма эсендә гамма‑терапияның һөҙөмтәлелеге өйрәнелә (Логинов, Ф.Х.Ремеева), лимфома яман шештәрен (Н.С.Сафин), беренсел‑күплек шештәрен (В.Г.Бебякин), үпкә (Р.Ғ.Баҙыҡов), ашҡаҙан (Баҙыҡов, Ғ.Я.Туғыҙбаев), тура эсәк рагын (Дәүләтов, И.Х. Һиҙиәтов), арауыҡ шештәрен (Н.Ғ. Ғатауллин, Р.Ф.Мөхәммәтрәхимов) диагностикалау һәм дауалау ысулдары эшләнә; респ. табылған нефттең һәм уны эшкәртеү продукттарының бластомоген үҙенсәлектәре өйрәнелә (В.А.Жухин, М.Г. Ибраһимова һ.б.). 1975 й. БДМУ‑ла онкология каф. ойошторола, уның ғалимдары яман шештәрҙе иртә диагностикалау һәм онкология ауырыуҙары булғандарҙы диспансерлаштырыу (Н.П.Ников), ракты диагностикалау һәм аралаштырып дауалау ысулдарын камиллаштырыу (Ш.Х.Ганцев), онкология ауырыуҙарын иҫкәртеү (В.Р.Ибраһимов), рак булғанда геморрагик боҙолоштарҙы коррекциялау (Г.Н.Карабанов), һөт биҙҙәре рагын дауалау (М.Ғ.Ғәлиев, А.Ә. Ғәлләмов, Т.М.Петровецкая, А.М.Ханов, Р.Х. Хәкимова), лимфогранулематоздың барышын һәм рецидивтарын күҙаллау (О.Н.Липатов), яман шештәрҙең химиотерапияһын ҡулайлаштырыу (Д.Д.Саҡаева), онкологик ауырыуҙарҙы реабилитациялау (А.Г.Пухов, Р.Г.Әхмәтова), яман шештәре булған ауырыуҙарҙа паллиатив мед. ярҙамын ойоштороу ысулдарын камиллаштырыу (И.Р. Рәхмәтуллина) б‑са фәнни тикшеренеүҙәр үткәрә. Рактың иммунологияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелгән (Л.Ф.Чернецова), ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзалары яман шештәрен хирургик дауалау (К.Ш.Ганцев), баш һәм муйын шештәре булғанда пластик хирургия (С.В.Вырупаев), эндометрия (В.А.Пушкарёв) һәм түллек (Р.Р.Аббасова, Г.Ю.Ғәниева, Л.А. Решетова) рагын диагностикалау һәм дауалау ысулдары камиллаштырылған. Онкология м‑н ауырыусыларҙың психик статусы үҙенсәлектәре (П.Б.Зотов), ракты беренсел иҫкәртеү мәсьәләләре (И.Ю.Селезнёв, В.Ю.Фролова), уның реци‑ дивтарын иҫкәртеү (Р.Ш.Ишморатова), скрининг һөҙөмтәлелеген баһалау (Н.А. Самойленко) б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә; пал‑ лиатив онкологик ярҙамды үҫтереү мәсьәләләре (А.А. Ғәзизов, С.В.Рудой), химия һәм нефтехимия сәнәғәте пр‑тиелары эшселәрендә ракты иҫкәртеү ысулдары (Л.Х.Белова) эшләнә. Яман шештәрҙе диагностикалау (Ф.Ф. Мофазалов, О.В.Серов, А.А.Смольников, А.К.Ханова, Ю.Н.Хризман), медикаментоз (Ч.Х.Вәлиәхмәтова, Р.Р. Рәхимов, Е.А.Самышина, Н.В. Фионина) һәм хирургик (Ю.М.Аҡмалов, В.В.Лобода, Ф.Р.Монасипов, В.В. Ручкин, В.Ф.Чижиков, Р.Т.Әйүпов) дауалау ысулдары камиллаштырыла. Рак булғанда неолимфогенез, метастазлау мәсьәләләре эшләнә (Ишморатова, Ш.Р.Ҡыҙырғәлин, А.В. Солтанбаев, Д.С.Торсометов). БР халҡына махсус онкологик ярҙам Респ. клиник онкология диспансерында, Белорет, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡҡ. дауаханаларының дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары һәм хирургия бүлектәре базаһында район‑ара онкология бүлектәрендә күрһәтелә. 1995 й. алып Башҡортостан Республикаһының Ракка ҡаршы программаһы эшләп килә.

Әҙәб.: Д а в ы д о в М.И., Г а н ц е в Ш.Х. Онкология. М., 2013.

Ш.Х.Ганцев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика