ОНКОЛОГИЯ ДИСПАНСЕРЫ, һаулыҡ һаҡлау дәүләт учреждениеһы. Шештәрҙе иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау б‑са Башҡортостандағы төп махсуслаштырылған үҙәк. Өфөлә урынлашҡан. Составына көнөнә 313 кеше ҡабул итерлек 2 поликлиника һәм 632 урынға иҫәпләнгән стационар инә. Стационарҙа дөйөм онкология, торакаль, проктология, гастроэнтерология, маммология, урология, гинекология, баш һәм муйын патологияһы бүлектәре, 3 радиология бүлеге; интраскопия, патологоанатомия бүлектәре; клиник‑диагностика һәм иммунология лаб., операциялар блогы (8 зал), паллиатив ярҙам күрһәтеү үҙәге эшләй. 2013 й. 217 табип һәм 451 урта мед. хеҙм‑ре эшләгән. 2013 й. 12778 ауырыуға стационар ярҙам күрһәтелгән, 5845 кешегә махсус радикаль дауалау үткәрелгән, амбулаторияла 112950 пациент тикшерелгән, 6254 операция эшләнгән. 1945 й. Ғ.Ғ.Ҡыуатов ис. Респ. клиник дауаханаһында респ. О.д. булараҡ асыла, 1969 й. О.д. составына Өфө онкология диспансеры инә, 2002 й. хәҙ. статусын ала, 2006 й. алып Респ. клиник онкология диспансеры. О.д. м‑н Н.Ғ.Абдуллин, Р.Ғ.Баҙыҡов, В.Г.Бебякин, Ш.Х.Ганцев, Ә.Н.Ганцева, И.‑Ғ.Ғ.Ҡадиров, Б.Б. Ҡудашев, Н.П.Ников, А.М.Пенькова, В.Н.Ручкин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Әҙәб.: История онкологического диспансера и онкологической службы Республики Башкортостан. Уфа, 2007.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика