ОЛО ҠОМ СЕБЕНЕ (Satanas gigas), ике ҡанатлылар отрядының типкес себендәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Кавказ аръяғында, Ҡаҙағстанда, Урта Азияла, Төньяҡ Ҡытайҙа, Монголияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Кәүҙәһе һомғол, һоро төҫтә, оҙонлоғо 50 мм (инә себендәр эрерәк) етә. Башы ҙур, асыҡ төҫтәге ҡаты төк м‑н ҡапланған. Күҙҙәре ҡабарынҡы. Ауыҙ аппараты сәнсеүсе‑һурыусы. Ҡанаттары тар, үтә күренмәле, епсәләре ҡанат ситтәренә тиклем барып етмәй. Ҡорһағы нескә, оҙонса. Аяҡтары оҙон төклө һәм төксәле. Балағорттары аҡ төҫтә, эре, ҡара төҫтәге ырғаҡ рәүешле башы бар. Сегменттарҙың ҡорһаҡ йөҙөндә хәрәкәт ҡалҡыуыстары, ян‑яҡтан — һөйәл рәүешле үҫентеләр урынлашҡан. Бер йылдан ашыу ваҡыт дауамында тупраҡта, үҙағаста үҫешә. Йәш ҡом себендәре июндә—июль башында килеп сыға; көндөҙ әүҙем. Балағорттары ҡышлай. Умыртҡаһыҙҙар (башлыса осоусы бөжәктәр м‑н); балағорттары — үҫемлек ҡалдыҡтары, сытырҙаҡ ҡуңыҙҙар, ҡыбырҙауыҡтар, май ҡуңыҙҙары һ.б. балағорттары м‑н туҡлана. О.ҡ.с. шайығында бөжәктәрҙе үлтереүсе ағыу бар. Далала, ҡоро тау алдарында, ташландыҡ ерҙә йәшәй. О.ҡ.с. ареалының төньяҡ сиге БР‑ҙа Башҡорт ҡурсаулығының терр‑яһын һәм Йылайыр р‑нының көньяҡ өлөшөн биләй. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика